Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
"Урал" гәзите

Белорет районында ҡотҡарыусылар фельдшерҙы пациентка ҡаргиҙәрҙә алып барып еткергән

Иртән Ҡарайылға ауылы янындағы ял базаһынан ир тиҙ ярҙам һорап мөрәжәғәт итә. Юл булмау сәбәпле, тиҙ ярҙам машинаһы ла барып етә алмай. Ярҙамға Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары килә. Улар фельдшерҙы пациент янына ҡаргиҙәрҙә алып бара. Госпитализация талап ителгән ирҙе тиҙ ярҙам машинаһына алып барыуҙы ла ойошторалар. "Бәхеткә күрә, ярҙам ваҡытында күрһәтелде", - тип билдәләнеләр ведомствола.

Белорет районында ҡотҡарыусылар фельдшерҙы пациентка ҡаргиҙәрҙә алып барып еткергән.

Иртән Ҡарайылға ауылы янындағы ял базаһынан ир тиҙ ярҙам һорап мөрәжәғәт итә. Юл булмау сәбәпле, тиҙ ярҙам машинаһы ла барып етә алмай.

Ярҙамға Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары килә. Улар фельдшерҙы пациент янына ҡаргиҙәрҙә алып бара. Госпитализация талап ителгән ирҙе тиҙ ярҙам машинаһына алып барыуҙы ла ойошторалар.

"Бәхеткә күрә, ярҙам ваҡытында күрһәтелде", - тип билдәләнеләр ведомствола.

-2