Һуңғы йылдарҙа республикабыҙ бар ил менән бергә ҙур һынауҙар аша үтә. Башҡортостандың аҫыл егеттәре ҡулдарына ҡорал алып илебеҙ һағына баҫты һәм яу яланында көн һайын батырлыҡтар күрһәтә. Ә һәр бер ҡаһарман яугирҙең артында кем тора? Тәү сиратта, уға ғүмер биргән, бар йөрәген һалып тәрбиәләгән әсәһе. Бергә үҫкән, яуаплылыҡ алырға өйрәткән апай-һеңлеһе. Уға ҙур таяныс, йылы усаҡ булдырыусы ҡатыны. Уның киләсәге өсөн көрәшкән ҡыҙы. Бер һүҙ менән әйткәндә – ҡатын-ҡыҙ. “Торатау” конгресс-холында Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған тантаналы сара уҙҙы. Унда Рәсәй Геройы Максим Серафимовтың әсәһе, Башҡортостан буйынса Һәләк булған Ватанды һаҡлаусылар ғаиләләре йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Алина СЕРАФИМОВА ла ҡатнашты. Ул гүзәл заттарҙы байрам менән ҡотланы һәм ойошма эшмәкәрлеге тураһынлда һөйләне. – Беҙҙең ойошма Рәсәйҙә 2007 йылдан булдырылды, Башҡортостанда 2010 йылдан ғәмәлдә. Унда бөтә төрлө хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашып һәләк булған яугирҙәрҙең һәм хоҡуҡ һаҡсыларының ғаилә ағзалары инә. Бу