Матур йола буйынса, байрам алдынан “Торатау” конгресс-холында Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған тантаналы сара уҙҙы. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашҡан сараға МХО яугирҙәренең әсәләре һәм ҡатындары, күп балалы әсәләр, һөнәрендә, сәйәсәттә, эшҡыуарлыҡта, фәндә, сәнғәткә ҙур уңышҡа өлгәшкән гүзәл зат вәкилдәре саҡырылды. Республикабыҙ ҡатын-ҡыҙҙары тураһында үҙ фекере менән Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙар союзы рәйесе, Иглин районы хакимиәте башлығы Гүзәл НАСИРОВА уртаҡлашты. – Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары хаҡында һөйләгәндә, мин һәр ваҡыт ҙур ғорурлыҡ һәм һоҡланыу тойғоһо кисерәм. Улар – көс һәм наҙ, аҡыл һәм матурлыҡ, фиҙакәрлек һәм сикһеҙ мөхәббәттең ғәжәп берләшмәһе. Гүзәл заттар – республикабыҙҙың йәне, уның ышаныслы таянысы һәм хәрәкәт итеүсе көсө. Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан ҡатын-ҡыҙҙарҙың төбәгебеҙ үҫешендә ҙур роль уйнауын билдәләргә теләйем. Улар бөтә өлкәләрҙә лә уңышлы эшләй: мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, сәнәғәт, ауыл хужалығы, мәҙәниәт һәм сәнғәт. Башҡортостан ҡат