Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Баймаҡ яңылыҡтары

МХО-ла йөрөгән егеттәребеҙ менән яҡындан танышыу, уларҙың батырлыҡтары тураһында дәрестәр үткәреү, яҡындары менән осрашып "түңәрәк өҫтәл

" артында һөйләшеүҙәрҙе маҡсат итеп алып, Ҡолсора ауыл китапханаһында яугирҙәрҙең әсәләре, ҡатындары менән осрашыу үткәрҙек. Илдәге һуңғы ваҡиғалар арҡаһында бик күп кешеләр, бигерәк тә мобилизацияға эләккән егеттәрҙең атай-әсәйҙәре, яҡындары йылы һүҙгә мохтаж. Ошо йылы һүҙ бигерәк тә кеше тормошонда бик кәрәк һәм уларҙы тынысландырырға, әҙерәк күңел хәсрәттәрен баҫырға ярҙам итә. Һәм бөгөнгө ошо осрашыу уларға һәйбәт тәьҫорат биреп, файҙаға булһын, тигән өмөттә ҡалдыҡ. Ветерандар советы рәйесе Туйсина Флюрә Париж ҡыҙы әсәйҙәргә үҙенең йырын бүләк итһә, ауыл хакимиәте башлығы Ришат Садиҡ улы Ишмырҙин Ҡотлау хаттары менән байрам бүләктәре тапшырҙы. Гүзәл Мөхәмәтҡужина.

МХО-ла йөрөгән егеттәребеҙ менән яҡындан танышыу, уларҙың батырлыҡтары тураһында дәрестәр үткәреү, яҡындары менән осрашып "түңәрәк өҫтәл" артында һөйләшеүҙәрҙе маҡсат итеп алып, Ҡолсора ауыл китапханаһында яугирҙәрҙең әсәләре, ҡатындары менән осрашыу үткәрҙек.

Илдәге һуңғы ваҡиғалар арҡаһында бик күп кешеләр, бигерәк тә мобилизацияға эләккән егеттәрҙең атай-әсәйҙәре, яҡындары йылы һүҙгә мохтаж. Ошо йылы һүҙ бигерәк тә кеше тормошонда бик кәрәк һәм уларҙы тынысландырырға, әҙерәк күңел хәсрәттәрен баҫырға ярҙам итә. Һәм бөгөнгө ошо осрашыу уларға һәйбәт тәьҫорат биреп, файҙаға булһын, тигән өмөттә ҡалдыҡ.

Ветерандар советы рәйесе Туйсина Флюрә Париж ҡыҙы әсәйҙәргә үҙенең йырын бүләк итһә, ауыл хакимиәте башлығы Ришат Садиҡ улы Ишмырҙин Ҡотлау хаттары менән байрам бүләктәре тапшырҙы.

Гүзәл Мөхәмәтҡужина.

-2
-3
-4
-5
-6