Нисәмә көн буйы ыжғырып торған буран ҡапыл туҡтап, ҡояш сыҡты һәм һыуытты. Яҙҙың тәүге, иң матур байрамы алдынан һауа торошоноң да ошолай үҙгәреп тороуы күптән бер кемде лә ғәжәпләндермәй. Бар булмышы менән үҙгәреүсән, төрлө холоҡло ҡатын-ҡыҙға оҡшаш ул. Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө етә башлаһа, һәр кемдең күңелендә яҙ бөрөләнә, йылы хистәр уяна. Шуғалыр ҙа был байрамды барыһы ла көтөп ала. Матур йола буйынса, байрам алдынан “Торатау” конгресс-холында Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған тантаналы сара уҙҙы. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашҡан сараға МХО яугирҙәренең әсәләре һәм ҡатындары, күп балалы әсәләр, һөнәрендә, сәйәсәттә, эшҡыуарлыҡта, фәндә, сәнғәткә ҙур уңышҡа өлгәшкән гүзәл зат вәкилдәре саҡырылды. Был көндө Конгресс-холға килгән һәр кем үҙен йондоҙ итеп тойҙо: эскә ҡыҙыл келәм аша үттеләр, ә ян-яҡлап форма кейгән кадеттар ҡаршылап торҙо. Эстә иһә һәр кемгә инеү менән сәскә гөлләмәһе бүләк иттеләр, матур һүҙҙәр әйтеп, ҡотланылар. Фойела оркестр матур көйҙәр башҡарҙ