8 Март – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан “Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге төркөмөндә “Донъя күрке – гүзәл зат” тигән конкурсында Илеш районының Түбәнге Йәркәй ауылындағы “Балалар үҫеш үҙәге - балалар баҡсаһы” учреждениеһында тәрбиәсе булып эшләгән Рүзилә Нәзиф ҡыҙы Ҡадирова ла ҡатнаша. Рүзилә Нәзиф ҡыҙы эше менән дә, тормошо менән дә бәхетле. Иренә яратҡан тормош иптәше, ике матур ҡыҙына һөйөклө әсәй ҙә ул, эшендә лә өлгөр. Уның тәрбиәсе һөнәрен һайлауы осраҡлы түгел. Үҙенең тормош юлын ул ижадһыҙ, сәхнәһеҙ, балаларһыҙ күҙ алдына ла килтерә алмай. Мәктәпкәсә төркөмө менән бик матур саралар үткәрә, балалар баҡсаһындағы бер сара ла Рүзилә Нәзиф ҡыҙынан тыш үтмәй. Кескәйҙәргә ата-бабаларҙың аҡылын, йолаларын еткерә, ғөрөф-ғәҙәттәре менән таныштыра. Сәхнәлә – ул сылтырап аҡҡан моңло тауышы менән тамашасыларҙың һөйөүен яулаған тәрбиәсе лә. Ғаиләһендә лә уңған хужабикә, яратҡан тормош иптәше, һөйөклө әсәй ҙә ул. Үҙенең ғаиләһенән ул яңы бейеклектәргә үрләү өсөн