▶️ "Өфө уттары" тапшырыуы көн һайын, дүшәмбенән йомаға тиклем, 20 сәғәт 10 минутта эфирға сыға. Шаршамбы, 4-се мартта эфирға сыҡҡан "Өфө уттары" тапшырыуында Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Вилдан Әбраров ҡатнашты. Тенор тауышлы популяр йырсы үҙенең ижади үҫеше, уҡытыусылары тураһында һөйләне. Сәхнә оҫтаһы яратҡан тамашасыларына бүләк әҙерләй — 8-се мартта уның "Мөхәббәт тауышы" тигән шәхсән концерты була. Вилдан Әбраров йыр-моң һөйөүселәрҙе Өфөнөң "Торатау" Конгресс-холында көтә. -------------------------- Поделитесь Вашим мнением о событиях, происходящих в Уфе и Башкирии! Присоединяйтесь к нашему каналу Башкортостан 24 в Дзене! Мы предлагаем Вам актуальные новостные сюжеты, а также свежие выпуски передач, производимые холдингом ГТРК «Башкортостан».
Өфө уттары - 04.03.2026 Йырсы Вилдан Әбраров "Мөхәббәт тауышын" тыңларға саҡыра
5 марта5 мар
~1 мин