Башҡортостандың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы ошо көндәрҙә III Республика төбәк туҡланыу операторҙары форумын уҙғарҙы. Өфөләге “Торатау” конгресс-холында мөһим темалар буйынса фекер алышыу майҙансыҡтары, социаль туҡланыу үҙәктәренең, мәғариф ойошмаларын аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеүсе ойошмаларҙың күргәҙмәләре ойошторолдо, оҫталыҡ дәрестәре күрһәтелде. Мәҫәлән, “Системалы һанлы ҡарарҙар” тип аталған беренсе фекер алышыу майҙансығында Рәсәй Мәғариф министрлығы ҡарамағындағы Федераль туҡланыу сифатына мониторинг үҙәге директоры Валентина Иванова ла ҡатнашты. Ул Башҡортостандың был тармаҡта заманса үҫешкә ынтылыуын, һөҙөмтәле алымдар ҡулланылыуын билдәләне. “Республикала төбәк сеймалы өлөшө әүҙем арттырыла. Һеҙҙәге иң яҡшы тәжрибә өлгөләре илебеҙҙең башҡа субъекттарында ла хуплау таба, өйрәнелә, – тине директор. – Ата-әсәләр, уҡыусылар “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша үткәрелгән анкеталарҙа әүҙем ҡатнаша. Һорау алыу һөҙөмтәләре күрһәтеүенсә, ата-әсәнең 80 проценты мәктәптә туҡланыу сифаты