"Һеҙҙең төркөмгә күптәр үҙҙәренең серен аноним рәүештә яҙа. Тормош күргән апайҙар, аҡыллы ҡатындар матур итеп кәңәш бирә. Уйланып йөрөнөм дә, мин дә үҙ хәлемде яҙырға булдым әле. Ике ул үҫтерҙек. Өлкәне студент сағында уҡ үҙе менән бергә уҡыған ҡыҙға өйләнде. Өфөлә төпләнеп йәшәп яталар, ике бала үҫтерәләр. Бәләкәй улыбыҙ өйләнергә ашыҡманы. Уҡыны, әле эшләй. Эш хаҡы яҡшы, фатиры, машинаһы бар. Әле 31 йәштә. Яңыраҡ еңгә тейешле кешем быны бер ҡыҙ, дөрөҫөрәге ҡатын менән таныштырған. Уға 39 йәш, көҙгә 40 йәше тула икән. Бер балаһы бар. Ире мәрхүм булған. Был ҡатын бик йылғыр булып сыҡты, улымды оҡшатып, фатирына күсеп барған, тиһәк тә була. Нисә шылтыратһаҡ та шунда. Әле яңыраҡ улым “өйләнәм, никах уҡытабыҙ” тип белдерҙе. “Тиң түгел, йәшерәкте табырһың” тиһәк, тыңларға ла теләмәй. Теге еңгәйгә шылтыратып, һуҡранып алдым, таныштырыуын – таныштырғас, ниңә йәшерәк, үҙенә тиң булған ҡыҙ кеше менән таныштырманың тип... Был ҡатын улыбыҙҙың башын тамам әйләндергән буғай. Уның хаҡында белешеп б