26-28 февралдә Рязань өлкәһенең Ҡасимов ҡалаһында “Туризм ҡалалары” тигән 3-сө Бөтә Рәсәй премияһының финалы үтте. Конкурс һайлауында Рәсәйҙең 70 төбәгенән 387 проект ҡатнашты. Йомғаҡлау этабына 102 муниципаль берәмектән 195 башланғыс үтте. Финал һөҙөмтәһе буйынса Башҡортостан ”Туризм сувенир продукцияһы” категорияһында гран–при яуланы, шулай уҡ бер миллиондан ашыу халҡы булған ҡалалар араһында “Креатив туризм ҡалаһы” , “MICE – туризм ҡалаһы” номинацияларында беренсе урынға лайыҡ булды. Бынан тыш Өфө “Фәнни–популяр туризм ҡалаһы” номинацияһында ла еңеүгә өлгәште. Был да фәнни эшмәкәрлекте танытыу буйынса төбәктә алып барылған һөҙөмтәле эш тураһында һөйләй. - Өфө һуңғы йылдарҙа туристарҙы, ижади кешеләрҙе, инновацияларҙы тартып тороусы үҙәккә әүерелде. Ваҡиғалы туризмдың уникаль экосистемаһын булдырҙыҡ. Ул йылына 300-ҙән ашыу сағыу сараларҙы берләштерә. “СберАналитика” мәғлүмәттәренә ярашлы, 2025 йылда Өфөгә туризм ағымы 4 миллион кешегә еткән. Был 2022 йыл күрһәткестәренән дүрт тапҡ