Өфөләге Советтар Союзы Геройы Наталья Ковшова исемендәге 155-се лицейҙа «Пилотһыҙ системалар» федераль проектына ярашлы дрондар менән эшләү буйынса махсуслашҡан класс уңышлы эшләп килә. Унда уҡыусылар махсус һынау аша һайлап алына. Инженер кластары уҡыусылары квадрокоптерҙар йыйырға, төрлө программаларҙа эшләргә һәм, әлбиттә, осорға өйрәнә. – Ысын осоштар яһағанға тиклем улар симуляторҙарҙа осорға өйрәнә. Бынан тыш, балалар дрондар йыйырға, 3D-моделләү башҡарырға, пилотһыҙ осоу аппараттары менән идара итергә, уларҙы хеҙмәтләндерергә өйрәнә. Был – бик мөһим йүнәлеш, йәғни ул – беҙҙең киләсәк, - ти лицейҙың өҫтәмә белем биреү педагогы Сергей Лагутин. Уҡыусылар идара иткән дрондар спорт залында булдырылған ҡаршылыҡлы трасса буйынса ярайһы уҡ ышаныслы оса, ситкә сығып китеүҙән махсус селтәр һаҡлай. Егеттәр һәм ҡыҙҙар пульт менән ярайһы уҡ оҫта идара итә. Махсуслашҡан кабинет 2024 йылда асылған һәм заманса техника менән тейешенсә йыһазландырылған. Әлегә бындағы дәрестәр 5-10-сы кластарҙағы