! ❗Уны кистән әҙерләп ҡуябыҙ. 🍚 Шулай итеп, беҙгә 250 мл кефир, өйҙә булған емештәр (ҡара емеш, өрөк, йөҙөм, алма, банан, туңдырғыста һаҡланған башҡа емештәр һ.б.) йәки үҙегеҙ яратҡан сәтләүектәр, 2 аш ҡалағы һоло ярмаһы кәрәк буласаҡ. 🍲Емеште 10-15 минут ҡайнар һыуҙа йомшартып алабыҙ ҙа, бөтә ингредиенттарҙы ҡушып бутайбыҙ ҙа төнгөлөккә һыуытҡысҡа йәки башҡа һалҡын урынға ҡуябыҙ. 💯 Ә иртәнсәк инде һеҙ рәхәтләнеп файҙалы ла, туҡлыҡлы аҙыҡ менән туҡланып, сәхәр сәйен эсеп ҡуяһығыҙ! "Даирә".