“Мәғлүмәттәр иҡтисады” (национальный проект “Экономика данных”) милли проекты сиктәрендә Өфөлә йәшәүселәр Дәүләт хеҙмәттәрендә “тормош хәле” принцибы буйынса айырым сервистар менән файҙалана ала, тип хәбәр иттеләр баш ҡала хакимиәтендә. Улар уҡыу йорттарына инеүҙән һәм ғаилә ҡороуҙан алып торлаҡ төҙөүгә һәм мутлашыусыларҙан һаҡлауға тиклем кеше тормошондағы төп ваҡиғаларҙы үҙ эсенә ала. Шул рәүешле комплекслы, бер урында, төрлө ведомстволарға мөрәжәғәт итмәйенсә һәм документтарҙы айырым тултырмайынса дәүләт хеҙмәттәрен һәм кәрәкле белешмә мәғлүмәт алырға мөмкин. 70 федераль һәм 425-тән ашыу төбәк “тормош хәле”н башлаған да инде. Һәр “тормош хәле” тейешле тематика буйынса хеҙмәттәрҙе һәм белешмә мәғлүмәтте берләштергәнгә күрә, дәүләт хеҙмәттәрен күрһәтеү ваҡыты, ведомстволарға йөрөү һаны, граждандар һәм бизнес тарафынан күрһәтелгән документтар һаны ҡыҫҡартыла. Уртаса бер федераль “тормош хәленә” 17 дәүләт хеҙмәте һәм сервисы инә. Система ғариза биреүсенең профиленән мәғлүмәттәрҙе автом