Иремдең һөйәркәһе бар. Был турала әллә ҡасандан беләм, ләкин өндәшмәйем. Барыһы ла һәйбәт башланған ине. Уның менән институтта уҡыған саҡта таныштыҡ. Уға бик күп ҡыҙҙар ҡарай ине, ләкин ул мине һайланы. Һүҙ ҙә юҡ, ирем ғашиҡ булмаҫлыҡ кеше түгел. Үҙен ҡарап ҡына йөрөй, спорт менән шөғөлләнә, төҫкә сибәр. Етмәһә, аҡсалы. Хәлле ата-әсәһе уға үҙ бизнесында өлөш бирҙе һәм ул был йүнәлеште тағы ла уңышлыраҡ итеп дауам итә. Бишенсе курста уҡыған саҡта өйләнештек. Диплом алыуға мин ауырға ҡалған инем. Мин эшләмәйәсәкмен, балалар менән шөғөлләнәм тип ҡарар иттек. Был үҙемә бик оҡшай. Бер-бер артлы тыуған балаларҙы ҡарау әллә ни ауыр булманы, аҡсаға ҡытлыҡ булмағас, рәхәтләнеп өйҙә яттым. Әле балалар үҫте, икеһе лә мәктәптә уҡый. Мин өйҙә ултырыуымды дауам итәм. Тик ятмайым әлбиттә, балаларҙы уҡырға алып барам, ҡаршы алам, түңәрәктәргә йөрөтәм. Өйҙө тәртиптә тотам, ашарға әҙерләйем, дәрестәр эшләйбеҙ. Бындай тормош ялҡытҡан да кеүек, ләкин эшкә лә сыға алмайым. Өс йыл элек иремдең кемелер бар и