Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров төбәктең юғары уҡыу йорттарында идара итеү йүнәлештәре буйынса уҡыған студенттар, шулай уҡ йәштәр йәмәғәт ойошмаларында ҡатнашыусылар алдында лекция менән сығыш яһаны. Тәбрикләү телмәрендә ул, был сараны Өфө вуз-ара кампусының Геном үҙәгендә үткәреү осраҡлы түгел, сөнки был объект илдә ғилми-тикшеренеү өлкәһен модернизациялауҙың төп талаптарына яуап бирә, тип билдәләне. - Кампусһыҙ юғары мәктәпте үҫтереү, уҡыу йорттарының үҙ-ара килешеп эш итеүе, студенттарҙың, уҡытыусыларҙың, ғалимдарҙың һәм сәнәғәт индустриаль партнерҙарының үҙ-ара килешеп эш итеүе мөмкин түгел. Улар ошонда барған, эшкәртелгән һәм ғәмәлгә индереләсәк бөтә башланғыстарҙың заказсылары булып сығыш яһай. Илдә кампустар төҙөү тураһында ҡарар ҡабул итеп, Рәсәй Президенты быны алдан уҡ күҙаллаған, - тип өҫтәне Андрей Назаров. Республика Министрҙар кабинеты етәксеһе осрашыуҙа ҡатнашыусылар һайлаған йүнәлештең мөһимлеген билдәләне. Улар тыуған республикабыҙ һә