Найти в Дзене

Йөрәгенә 24 бала һыйған

Гәзитебеҙҙең “Бәйләнештә” төркөмөндә Әсәйҙәр көнөнә арналған конкурста еңеү яулаған Бүздәк районының Таллыкүл ауылында йәшәгән конкурсантыбыҙ Вәсилә Сабирйән ҡыҙы Ғәзиеваны, ниһайәт, күреп, дипломыбыҙҙы тапшырып ҡайттыҡ. Үҙенең сабыйын юғалтҡас, тәрбиәгә балалар ала Үҙенең ун айлыҡ ҡына сабыйы үлгәндән һуң, ата-әсә наҙынан мәхрүм ҡалған балаларҙы опекаға алырға ҡарар итә ул. Йөрәгендәге әсәлек хистәрен, сабыйҙарҙы яратыуын ул ошо рәүешле баҫа. Быға тиклем ике туған һеңлеһен, ҡустыһын ҡарашып үҫтереү тәжрибәһе лә был аҙымға ышаныслы баҫырға булышлыҡ итә. Тәүҙә балалар йортонан ике һәм дүрт йәшлек апалы-һеңлеле ҡыҙҙарҙы ала, бер нисә айҙан дүрт йәшлек малайҙы алып ҡайта, бер аҙҙан тағы ла дүрт йәшлек ҡыҙ Вәсилә Сабирйән ҡыҙының ҡотло йортона һыйына. Шулай итеп Эльвина, Ариана, Владик, Вика исемле бәләкәстәр әсәй наҙына ҡойоноп йәшәй башлай. Шул осорҙа Вәсилә ханымдың шәхси тормошонда ла үҙгәрештәр була – ул күршеһе Айҙар Камил улына тормошҡа сыға. Ире балалар тип өҙөлөп торғас, донъ
Оглавление
    Йөрәгенә 24 бала һыйған
Йөрәгенә 24 бала һыйған

Йөрәгенә 24 бала һыйған

Бүздәккә барып, Вәсилә ханыма гәзитебеҙҙең дипломын тапшырҙыҡ.

Гәзитебеҙҙең “Бәйләнештә” төркөмөндә Әсәйҙәр көнөнә арналған конкурста еңеү яулаған Бүздәк районының Таллыкүл ауылында йәшәгән конкурсантыбыҙ Вәсилә Сабирйән ҡыҙы Ғәзиеваны, ниһайәт, күреп, дипломыбыҙҙы тапшырып ҡайттыҡ.

Үҙенең сабыйын юғалтҡас, тәрбиәгә балалар ала

Үҙенең ун айлыҡ ҡына сабыйы үлгәндән һуң, ата-әсә наҙынан мәхрүм ҡалған балаларҙы опекаға алырға ҡарар итә ул. Йөрәгендәге әсәлек хистәрен, сабыйҙарҙы яратыуын ул ошо рәүешле баҫа. Быға тиклем ике туған һеңлеһен, ҡустыһын ҡарашып үҫтереү тәжрибәһе лә был аҙымға ышаныслы баҫырға булышлыҡ итә.

Тәүҙә балалар йортонан ике һәм дүрт йәшлек апалы-һеңлеле ҡыҙҙарҙы ала, бер нисә айҙан дүрт йәшлек малайҙы алып ҡайта, бер аҙҙан тағы ла дүрт йәшлек ҡыҙ Вәсилә Сабирйән ҡыҙының ҡотло йортона һыйына. Шулай итеп Эльвина, Ариана, Владик, Вика исемле бәләкәстәр әсәй наҙына ҡойоноп йәшәй башлай.

Шул осорҙа Вәсилә ханымдың шәхси тормошонда ла үҙгәрештәр була – ул күршеһе Айҙар Камил улына тормошҡа сыға. Ире балалар тип өҙөлөп торғас, донъя көтөүе лә күпкә еңелләшә. Ғаиләгә йәнә ике бер туғандар килеп инә.

–Тормош иптәшем үҙе лә шул тиклем бала йәнле. Уларҙы атта йөрөтә, ихатала улар өсөн боҙҙан тауҙар эшләй, уйнаһындар тип машина менән ҡомон да килтерә. Балаларҙы ҡосаҡлап телевизор ҡарауҙарын ситтән күҙәтеүе лә күңелдә йылы хистәр уята. Малайҙар менән мал ҡураһына ла бергә сығалар, бәләкәйҙән яйлап ирҙәр эшенә өйрәнеп үҫәләр. Ҡыҙҙар өй тирәһендә ярҙамлаша, – тип һөйләне Вәсилә ханым.

Һуңғы 20 йыл эсендә ғаиләгә 24 бала тәрбиәгә алынған. Иң өлкәненә хәҙер 26 йәш булһа, иң бәләкәсе 1 класта уҡый. Әле өйҙә мәктәп йәшендәге ете бала тәрбиәләнә. Улар – Карина, Көнһылыу, Лена, Вадим, Таңһылыу, Ильяс һәм Саша. Бынан тыш биш студент һөнәр алыу маҡсатында ситтә белем ала. Өлкән балаларының етәүһе кейәүгә сығып, өйләнеп, үҙ тормоштарын ҡорған, хәҙер үҙҙәренең балалары бар. 16 ейән-ейәнсәренең “өләсәй” тип өҙөлөп тороуы ла Вәсилә ханымдың йөрәген йылыта.

Балалар төрлө яҡлап үҫешһен өсөн барыһын да эшләйҙәр был ғаиләлә. Район кимәлендәге конкурстарҙа ла йыш ҡатнашалар. Алған маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары ла бихисап.

Һаулыҡ яғынан ауырыраҡ булған балалары ла бар. Һәр береһенә иғтибар бирелә. Уларҙы шифаханаларға, реабилитация үҙәктәренә йөрөтәләр, дауаханаға һалып дауалайҙар.

Вәсилә Ғәзиева билдәле блогер ҙа. Үҙе генә түгел, был эшкә балаларын да йәлеп итә. Шуға был ҙур ғаилә тураһында Башҡортостандан да ситтә лә яҡшы беләләр. Уның блогына яҙылыусылар араһында балаларға бүләк итеп Мәскәүгә, Санкт –Петербургҡа экскурсия бүләк итеүселәр ҙә бар.

– Балалар менән бер тапҡыр Мәскәүҙә, ике тапҡыр Санкт-Петербургта булып ҡайттыҡ. Театрҙа, циркта, иҫтәлекле урындарҙа, ресторандарҙа булып, балалар бик матур тәьҫораттар алды. Үҙебеҙҙең районда ла беҙҙең ғаиләгә ярҙам итеүселәр бар, уларға ла рәхмәтлебеҙ, – ти Вәсилә ханым.

“Әсәлек даны”, “Атай ҡаһарманлығы” миҙалдары менән бүләкләнгәндәр

Балаларға яҡшы булһын өсөн барлыҡ шарттар тыуҙырырға тырыша атай менән әсәй. Өйөн, машинаһын хәстәрләгәндәр. Хужалыҡтарында күпләп мал аҫрайҙар. Уларҙы ҡарау күпселек ғаилә башлығының иңенә һалынған. Һыйырҙары ғына дүрт баш. Үҙҙәренән артҡан һөттө, ҡаймаҡты, йомортҡаны һатып та аҡса эшләйҙәр. Ҡаҙ-өйрәктәрҙе лә кәмендә 100 баш үҫтерәләр, үҙҙәренә лә етә, һатыуға ла ҡала.

– Тырышһаң, эш яратһаң ғына матур, етеш итеп йәшәп булғанын балалар ҙа бәләкәйҙән аңлап үҫә. Кейем-һалымды ла, аҙыҡ-түлекте лә ҡаплап -ҡаплап алыу беҙҙең кеүек ҙур ғаиләлә ғәҙәти күренеш, – ти Вәсилә ханым.

Өлөгөлө атай, әсәй ниндәй булырға тейешлеген дә балалар күреп үҫә. Әйткәндәй, былтыр ғаилә башлығы “Атай ҡаһарманлығы” тигән миҙал менән бүләкләнгән. Вәсилә Сабирйән ҡыҙының да күкрәген “Әсәлек даны” миҙалы биҙәй.

–Минең бәхетем – балаларҙа. Сабыйҙар бағыуҙан күңелемә рәхәтлек алам. Балаларымдың барыһын да яратам. Үҫеп сығып киткәндәре лә ҡайтып йөрөй. Бәхеттәре булһын, донъялар тынысланһын, – тигән теләктәрен әйтте әңгәмәсем.

Арабыҙҙа төрлө кешеләр була. Кемдер үҙ балаһын ҡарауҙы ла ауыр һанай. Икенселәр балалар йортонан сабыйҙарҙы алып яратып, наҙлап үҫтереп, оло тормош юлына сығара.

Бүздәк районындағы һымаҡ ошондай күркәм ғаиләләр күберәк булһа, йәмғиәтебеҙҙә барлыҡ балалар ҙа бәхеткә төрөнөп йәшәр ине.

Автор фотоһы.

Бүздәк районы.