14 йәштән уҡыусылар һәм урта һөнәри белем биреү ойошмалары студенттары ярыштар конкурсанты булды. Бер меңдән ашыу ҡатнашыусы төбәктә ҙур һорау менән файҙаланылған 196 компетенция буйынса үҙенең оҫталығын күрһәтте. Башҡортостанда Бөтә Рәсәй “Профессионалдар” чемпионат хәрәкәтенең төбәк этабы еңеүселәрен асыҡланылар. Ул февралдә 60 майҙансыҡта, шул иҫәптән предприятиелар биләмәләрендә “Йәштәр һәм балалар” милли проекты (национальный проект “Молодежь и дети”) бурыстарын тормошҡа ашырыуға ярашлы үткәрелде. Был хаҡта республиканың Мәғариф һәм фән министрлығынан хәбәр иттеләр. -Бер айҙан һуң еңеүселәребеҙгә Башҡортостанды федераль кимәлдә күрһәтер өсөн төбәк-ара этапҡа сығырға тура киләсәк. Балалар остаздары менән алған оҫталыҡ лайыҡлы сығыш яһарға һәм республикабыҙҙың һөнәри белем биреүенең юғары статусын раҫларға булышлыҡ итер, тип ышанам, - тип белдергән мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлетбирҙин. Башҡортостанда 340-тан ашыу ойошма-партнер ярҙамында чемпионаттың төбәк этабы үткәрелде. Ул