Әбйәлил районы Асҡар ауылының яңы биҫтәһендә мәктәп һәм балалар баҡсаһын берләштергән белем биреү комплексы асылды. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров видеобәйләнеш аша республикалағы ун икенсе полилингваль мәктәп эшенә старт бирҙе. Тантаналы сараға уҡытыусылар, уҡыусылар һәм уларҙың ата-әсәләре ҡушылды. Төбәк етәксеһе билдәләүенсә, мәктәп иркен һәм заманса итеп төҙөлгән, ул ауылдың әүҙем төҙөлгән өлөшөндә һалынған. Шулай уҡ балалар баҡсаһын үҙ эсенә алған комплекс Асҡар халҡы өсөн әһәмиәтле социаль-мәҙәни үҙәккә әйләнеренә шик юҡ. Республика Башлығы уҡыусыларға уҡыуҙарында уңыштар теләне, ә Башҡортостан педагогтарына уларҙың хеҙмәте һәм үҫеп килеүсе быуынды тәрбиәләүгә индергән өлөшө өсөн рәхмәт белдерҙе. Видеоконференция режимында Әбйәлил районы етәксеһе Айрат Әминев сығыш яһаны. Ул «Хазина» тип аталған яңы белем усағын асыу муниципалитет өсөн ысын байрамға әүерелде, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды һәм төбәк етәкселегенә биләмәне үҫтереүгә иғтибары өсөн рәхмәт әйтте. Айрат Әминев әйтеүенсә, яң