Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Ҙур йөрәкле ул үҫтергәндәр

Талбазылағы 2-се мәктәп уҡыусыһы Артем Горшков райондағы М. Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабына өс литрлыҡ банкаға йыйған аҡсаһын килтереп тапшырған. Ул ата-әсәһе биргән кеҫә аҡсаһын һаҡсыл тотоноп, быяла банкаға йыя барған. Үҫмерҙең “банкында” барлығы 6250 һум тупланған. Артем былтыр ҙа штабҡа йыйған аҡсаһын килтергән булған. “Минең ағайым Ватанды һаҡлап, 2023 йылда махсус хәрби операция зонаһында Запорожье өлкәһендә һәләк булды. Мин яугирҙәрҙең ағайым өсөн үс алыуҙарын һәм Еңеү менән ҡайтыуҙарын теләйем!”–тигән һүҙҙәре өлкәндәрҙе лә тетрәндергәйне. Йәш ирекмәндең ата-әсәһе Татьяна Николаевна менән Альберт Александрович ҙур йөрәкле ул тәрбиәләп үҫтергән. Уларға ҙур рәхмәт. Фото: “Аургазинский вестник”. Д. Арыҫланова. Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!
Оглавление
    Ҙур йөрәкле ул үҫтергәндәр
Ҙур йөрәкле ул үҫтергәндәр

Ҙур йөрәкле ул үҫтергәндәр

Үҫмер “банкында” ятҡан аҡсаһын ирекмәндәр штабына тапшырған.

Талбазылағы 2-се мәктәп уҡыусыһы Артем Горшков райондағы М. Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабына өс литрлыҡ банкаға йыйған аҡсаһын килтереп тапшырған. Ул ата-әсәһе биргән кеҫә аҡсаһын һаҡсыл тотоноп, быяла банкаға йыя барған. Үҫмерҙең “банкында” барлығы 6250 һум тупланған.

Артем былтыр ҙа штабҡа йыйған аҡсаһын килтергән булған. “Минең ағайым Ватанды һаҡлап, 2023 йылда махсус хәрби операция зонаһында Запорожье өлкәһендә һәләк булды. Мин яугирҙәрҙең ағайым өсөн үс алыуҙарын һәм Еңеү менән ҡайтыуҙарын теләйем!”–тигән һүҙҙәре өлкәндәрҙе лә тетрәндергәйне.

Йәш ирекмәндең ата-әсәһе Татьяна Николаевна менән Альберт Александрович ҙур йөрәкле ул тәрбиәләп үҫтергән. Уларға ҙур рәхмәт.

Фото: “Аургазинский вестник”. Д. Арыҫланова.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

-2