Бөгөн район Хакимиәтендә “Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында” законын тормошҡа ашырыу буйынса комиссия ултырышы үтте. Бөгөн район Хакимиәтендә “Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында” законын тормошҡа ашырыу буйынса комиссия ултырышы үтте. Балтас районы Хакимиәте башлығы урынбаҫары, комиссия рәйесе урынбаҫары И.А. Ғәсимйәнова рәйеслегендәге ултырышта комиссияның 2025 йылғы эш йомғаҡтары тикшерелде. Инзилә Әҙип ҡыҙы урам атамаларын, күрһәткестәрҙе, аншлагтарҙы һәм башҡа мәғлүмәттәрҙе яҙыуда хаталарҙы асыҡлау буйынса эшмәкәрлек, шулай уҡ уларҙы бөтөрөү буйынса күрелгән саралар тураһында хәбәр итте. Мәсьәләләр башлыса сауҙа һәм шәхси эшҡыуарҙар хеҙмәт күрһәтеү өлкәһендә ҡала. Был йүнәлештә эш дауам итә. Билдәләп үтелгәнсә, яҙыуҙарҙағы хаталарҙы асыҡлау һәм төҙәтеү буйынса эшкә ҙур иғтибар бүленә. Комиссия даими рәүештә башҡорт телендә ҡуйылған сауҙа объекттары, ойошмалары һәм башҡа йәмәғәт биләмәләре атамалары тикшерә. Комиссия ағзаһы, мәғариф бүлеге мето