Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Яҡташыбыҙ Дубай ҡалаһындағы хәлдәрҙе һөйләне

Һуңғы йылдарҙа Дубайҙа йәшәүсе блогер яҡташыбыҙ Зәлифә Барлыбаева «Башинформ»ға Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренең баш ҡалаһында хәл тураһында һөйләне. Уның һүҙҙәренсә, ҡала урамдарына ҡарағанда, социаль селтәрҙә паника күберәк күҙәтелә. - Мин Дубай үҙәгендә, төп урамға һәм Бурдж-Халифа бейеклегенә ҡараған йортта йәшәйем. Миндә Өфө ҡыҙҙары ҡунаҡта ине, беҙ сафариға йыйына инек. Килеп тыуған хәл тураһында 28 февралдә социаль селтәрҙән белдек, - тип уртаҡлашты Зәлифә. - Ракета һынығы «Пальма Джумейра» утрауында урынлашҡан биш йондоҙло отель янына эләгеп, янғын башланғас, кешеләрҙә паника башлана. Әйткәндәй, унда күберәк Рәсәй туристары йәшәй. Күптәре отелдән хәүефһеҙлерәк урынға күсерелгән. Минең ҡунаҡтарым иртәгә осорға тейеш, ләкин әлегә уларҙың билеттарын кире ҡағыу тураһында мәғлүмәт бар. Дәүләт иҫәбенә туристарҙың йәшәү ваҡытын оҙайтыу тураһында мәсьәлә хәл ителә. Зәлифә әйтеүенсә, 1 мартта, алыҫта ракета тауышы һәм шартлау ишетелгән, ләкин йорт эргәһендә бер ниндәй ҙә хәүеф юҡ. Яҡташы
Оглавление
    Яҡташыбыҙ Дубай ҡалаһындағы хәлдәрҙе һөйләне
Яҡташыбыҙ Дубай ҡалаһындағы хәлдәрҙе һөйләне

Яҡташыбыҙ Дубай ҡалаһындағы хәлдәрҙе һөйләне

Уның һүҙҙәренсә, ҡала урамдарына ҡарағанда, социаль селтәрҙә паника күберәк күҙәтелә

Һуңғы йылдарҙа Дубайҙа йәшәүсе блогер яҡташыбыҙ Зәлифә Барлыбаева «Башинформ»ға Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренең баш ҡалаһында хәл тураһында һөйләне. Уның һүҙҙәренсә, ҡала урамдарына ҡарағанда, социаль селтәрҙә паника күберәк күҙәтелә.

- Мин Дубай үҙәгендә, төп урамға һәм Бурдж-Халифа бейеклегенә ҡараған йортта йәшәйем. Миндә Өфө ҡыҙҙары ҡунаҡта ине, беҙ сафариға йыйына инек. Килеп тыуған хәл тураһында 28 февралдә социаль селтәрҙән белдек, - тип уртаҡлашты Зәлифә. - Ракета һынығы «Пальма Джумейра» утрауында урынлашҡан биш йондоҙло отель янына эләгеп, янғын башланғас, кешеләрҙә паника башлана. Әйткәндәй, унда күберәк Рәсәй туристары йәшәй. Күптәре отелдән хәүефһеҙлерәк урынға күсерелгән. Минең ҡунаҡтарым иртәгә осорға тейеш, ләкин әлегә уларҙың билеттарын кире ҡағыу тураһында мәғлүмәт бар. Дәүләт иҫәбенә туристарҙың йәшәү ваҡытын оҙайтыу тураһында мәсьәлә хәл ителә.

Зәлифә әйтеүенсә, 1 мартта, алыҫта ракета тауышы һәм шартлау ишетелгән, ләкин йорт эргәһендә бер ниндәй ҙә хәүеф юҡ. Яҡташыбыҙ үҙ тәьҫораттарынан сығып һығымталар яһауын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Атап әйткәндә, ул Рәсәйҙә тыйылған социаль селтәрҙә бик күп фейктарҙы билдәләне.

- Йыш ҡына һалынған информацияларҙа күбеһе иҫке видеояҙмаларға нигеҙләнеп эшләнгәнен күрәм. Яһалма интеллект ярҙамында ҡайһы берҙә иҫтәлекле урындарҙың шартлауы төшөрөлә, әммә был дөрөҫ түгел, - ти Зәлифә.

Сығанаҡ: “Башинформ”

Беҙҙең МАХ каналына max.ru/gazetabash... ҡушылығыҙ!