2024 йылдың февралендә асылған республика балалар клиник дауаханаһының онкология һәм гематология үҙәгендә һигеҙ һөйәк мейеһе трансплантацияһы уңышлы үткәрелгән, шулай уҡ күҙәнәк терапияһы һәм экстракорпораль детоксикация индерелгән. Был хаҡта республика балалар клиник баш табибы Людмила Семавина Хөкүмәттең аҙналыҡ оператив кәңәшмәһендә хәбәр итте. Йыл һайын Республика балалар клиник дауаханаһында 29 меңдән ашыу бала стационар дауалана, ә амбулатор йөрөүҙәр һаны 190 меңдән ашып китә. Медицина учреждениеһының 26 махсуслаштырылған бүлексәһе һәм ҡеүәтле койка фонды бар. - 54 йыл дауамында беҙҙә Башҡортостан балаларына бөтә төр медицина ярҙамы күрһәтелә, – тине Людмила Семавина. – 2025 йылда беҙҙең дауаханала 30 меңгә яҡын бала дауаланған, табиптар 7 меңдән ашыу операция яһаған. Юғары һәм урта медицина белеме булған бер меңдән ашыу белгес юғары технологиялар ҡулланып балалар ауырыуҙарының тулы исемлеген диагностикалауҙы һәм дауалауҙы тәьмин итә. “Салют” реабилитация комплексында беҙҙең мед