Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә 2026 йылғы ҡабул итеү кампанияһы һәм республика вуздарының йәлеп итеүсәнлеген арттырыу бурыстары тикшерелде. – Төбәктең юғары уҡыу йорттары абитуриенттарҙы ҡабул итергә әҙер. Ун беренсе класс уҡыусыларыбыҙҙың 75 проценты бюджет урындарын биләй ала, тип ышаныс менән әйтә алабыҙ, – тип хәбәр итте республиканың Фән һәм юғары белем биреү буйынса дәүләт комитеты рәйесе Светлана Мостафина. 2026 йылда республикала – 11-се класты тамамлаған 16,5 меңдән ашыу потенциаль абитуриент бар. Шул уҡ ваҡытта Башҡортостандың юғары уҡыу йорттарында урта һөнәри һәм юғары белем биреү программалары, шулай уҡ аспирантура һәм ординатура буйынса бюджет урындарының дөйөм күләме 17 меңдән ашыу урын тәшкил итә. Был күрһәткес 2025 йыл менән сағыштырғанда 3,2 процентҡа артҡан. Башҡортостанда “мәктәп – юғары уҡыу йорто – предприятие” моделе буйынса һөнәри йүнәлеш биреү системаһын әүҙем үҫтерәләр. Уның инструменттарының береһе 15 предуниверса