Башҡортостанда федераль средстволар йәлеп итеп “Ағиҙел аръяғы-2” проектын тормошҡа ашыралар. Ул социаль объекттарҙы һәм 100 мең самаһы ғаилә йәшәйәсәк 9 миллион квадрат метрҙан ашыу буласаҡ торлаҡты заманса коммуналь инфраструктура менән тәьмин итергә мөмкинлек бирәсәк. Был хаҡта республика Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова һөйләне. Был инфраструктура проекты сиктәрендә 2023-2026 йылдарҙа биш ҙур һыу менән тәьмин итеү һәм канализация объекты төҙөлә, улар Дим һәм Затон аша Өфөнөң торлаҡ-коммуналь хужалыҡ системаһын ҡулсаға алырға мөмкинлек бирәсәк. Был уның эшенең ышаныслылығын, күрһәтелгән хеҙмәттәрҙең сифатын арттыра һәм үҙәкләштерелгән системаларға Өфө һәм Өфө районының төҙөлгән биләмәләрен һәм төҙөлөп ятҡан объекттарын тоташтырыуҙы тәьмин итә. Коммуналь инфраструктураны Ағиҙел йылғаһы аръяғындағы 2,7 мең гектар майҙанда төҙөлөштөң перспективалы территорияһына еткереү өсөн Башҡортостан Хөкүмәте “ДОМ.РФ” акцион