14 мартта “Ватандаш” журналы редакцияһы өсөнсө тапҡыр “Батырҙар эҙһеҙ юғалмай” тигән акцияны ойоштора. Уның маҡсаты – Бөйөк Ватан һуғышында хәбәрһеҙ юғалған туғандарҙы эҙләүгә ярҙам итеү. Сара “Рәсәй эҙәрмәндәр хәрәкәте”нең Башҡортостан бүлексәһе вәкилдәре менән бергә ойошторола һәм Рәсәй халыҡтарының берҙәмлек йылына арнала. Эҙләү отрядтары фондының республика бүлексәһе мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Бөйөк Ватан һуғышында Башҡортостандан 127 000 һалдат һәм офицер хәбәрһеҙ юғалған, тип иҫәпләнә. Эҙләүҙәрҙең ауырлығы объектив сәбәптәргә ҡайтып ҡала: СССР тарҡалыуы, үҙәкләштерелгән мәғлүмәт базаһы булмауы, архивтарҙың юғалыуы, иҫәпләү алып барыуҙың теүәл булмауы, кәүҙә ҡалдыҡтарының кемдеке икәнен асыҡлау ҡыйынлығы, субъекттарҙа топонимиканың үҙгәреүе, финанслау етешмәүе һәм башҡалар. Әлегә ҡайһы бер ғаиләләрҙә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың документтары һаҡлана: фронттан килгән хаттар, фотолар – улар эҙләү эшендә ярҙам итә ала. Хаттарҙа ялан почтаһының номеры күрһәтелә, ә фотоһүрәт б