БПЛА-ны башта үҙем генә өйрәнеп ҡараным. Аңлашылмаған урындарҙа башҡа подразделениеларҙың “ҡошсоларына” мөрәжәғәт иттем, улар минең менән тәжрибә уртаҡлашты. Разведка дроны менән идара итергә шулай өйрәндем. Аҙаҡ командирҙың тәҡдиме менән FPV тибындағы дрон-камикадзе операторына уҡып алдым. Тәжрибәле инструкторҙар етәкселегендә мин осоу күнекмәләрен үҙләштерҙем. Имтихандарҙы уңышлы тапшырғандан һуң профессиональ ҡорамалдар, шәхси борт номеры һәм дрондың был төрөнә уҡыу курсын үтеүҙе раҫлаған сертификат алдым, - ти “Малой”. https://tanburz.ru/news/vatan-a-ynda/2026-03-10/bpla-men-n-o-ta-idara-it-4607937
"Малой" позывнойлы БПЛА операторы, сержант яҡташыбыҙ разведка дроны менән хәҙер оҫта идара итә
10 марта10 мар
~1 мин