Көтөп алған Рамаҙаныбыҙ үтеп тә бара. Әле ураҙа айының һуңғы ун көнлөгөндәбеҙ. Билдәле булыуынса, был осор айырыуса әһәмиәтле. Ни өсөн тигәндә, ун көнлөктәге таҡ һанлы кистәрҙең береһендә (йәғни 21-се, 23-сө, 25-се, 27-се, 29-сы) Ҡәҙер төнө була. Ҡайһыһындыр айырып күрһәтеү хаҡ түгел, сөнки Аллаһ Тәғәләнән был турала бер ниндәй ҙә күрһәтмә килмәгән. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм изге айҙың һуңғы ун төнөн тотошлай ғибәҙәттә үткәрер булған. Раббыбыҙҙың Ҡәҙер кисенең тәғәйен ваҡытын сер итеп ҡалдырыуында ҙур хикмәт ята. Әгәр ҙә әҙәм балаһы был төндөң ҡасан икәнен белһә, башҡаларын иғтибарһыҙ ҡалдырыр, һөҙөмтәлә бихисап әжер-сауаптан мәхрүм ителер ине. Дини китаптарҙа әйтелеүенсә, Ҡәҙер кисе бүтәндәргә оҡшамаған. Ул бик яҡты була. Ай менән йондоҙҙар сағыуыраҡ балҡый, еләҫ ел ләззәт бирә. Әҙәм балаһы күңелендә әйтеп аңлата алмаҫлыҡ кинәнес кисерә. Йөрәгендә иман нуры арта, уҡыған намаҙҙарынан илаһи рәхәтлек ала. “Йә, Рәсүлуллаһ, был мәлдә ниндәй доға ҡылайым?” – тип һораған Мөхәммәт