Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Саҡмағош районының ике ауылы күркәмләнә

Быйыл Саҡмағош районының ике ауылында “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) буйынса йәмәғәт урындары төҙөкләндереләсәк, тип хәбәр иттеләр район хакимиәтенән. Мәҫәлән, Саҡмағош ауылында “Һаулыҡ һуҡмағы” йәйәүлеләр аллеяһы яңыртыла. Унда тротуарҙар төҙөләсәк, инеү аркаһы, эскәмйәләр, урналар ҡуйыласаҡ һәм эргә-тирәләге биләмә йәшелләндереләсәк. Иҫке Ҡалмаш ауылында балалар өсөн уйын майҙансығы менән ял итеү зонаһы төҙөкләндереләсәк. Белгестәр эскәмйәләр, перголалар һәм урналар монтажлай, шулай уҡ сәскә түтәлдәре яһай. – Был проекттар – төҙөкләндереү генә түгел, ә беҙҙең һәм халҡыбыҙ өсөн уңайлы һәм матур урын булдырыу. Уларҙың халыҡ фекерен иҫәпкә алып төҙөкләндерелеүе бик мөһим. Әлеге ваҡытта объекттарҙы төҙөкләндереү өсөн подрядсылар билдәләнгән һәм уңайлы һауа шарттары башланғанда эштәрҙе башҡарыуға муниципаль контракттар төҙөлгән", – тип билдәләне Саҡмағош районы хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса ур
Оглавление
    Саҡмағош районының ике ауылы күркәмләнә
Саҡмағош районының ике ауылы күркәмләнә

Саҡмағош районының ике ауылы күркәмләнә

Уларҙың халыҡ фекерен иҫәпкә алып төҙөкләндерелеүе бик мөһим.

Быйыл Саҡмағош районының ике ауылында “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) буйынса йәмәғәт урындары төҙөкләндереләсәк, тип хәбәр иттеләр район хакимиәтенән.

Мәҫәлән, Саҡмағош ауылында “Һаулыҡ һуҡмағы” йәйәүлеләр аллеяһы яңыртыла. Унда тротуарҙар төҙөләсәк, инеү аркаһы, эскәмйәләр, урналар ҡуйыласаҡ һәм эргә-тирәләге биләмә йәшелләндереләсәк.

Иҫке Ҡалмаш ауылында балалар өсөн уйын майҙансығы менән ял итеү зонаһы төҙөкләндереләсәк. Белгестәр эскәмйәләр, перголалар һәм урналар монтажлай, шулай уҡ сәскә түтәлдәре яһай.

– Был проекттар – төҙөкләндереү генә түгел, ә беҙҙең һәм халҡыбыҙ өсөн уңайлы һәм матур урын булдырыу. Уларҙың халыҡ фекерен иҫәпкә алып төҙөкләндерелеүе бик мөһим. Әлеге ваҡытта объекттарҙы төҙөкләндереү өсөн подрядсылар билдәләнгән һәм уңайлы һауа шарттары башланғанда эштәрҙе башҡарыуға муниципаль контракттар төҙөлгән", – тип билдәләне Саҡмағош районы хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары Сергей Васильев.

“Тормош өсөн инфраструктура” милли проектының маҡсаты — тораҡ пункттарҙы комплекслы үҫтереү. Был торлаҡ һәм юлдар төҙөү һәм ремонтлау, йәмәғәт һәм ихата киңлектәрен төҙөкләндереү, бөтә социаль һәм коммуналь инфраструктураны булдырыу һәм яңыртыу, хәрәкәт итеүсе составты яңыртыу иҫәбенә йәмәғәт транспортының уңайлы маршруттары һанының артыуы. Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Фото: ufimnivy.ru