Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренән сыға алмаған Башҡортостан халҡы махсус тура линияға мөрәжәғәт итә ала. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика халҡының мөрәжәғәттәре өсөн ситуацион үҙәк эшен ойошторорға ҡушты. Яҡын Көнсығышта эскалация башланғандан алып ике көн эсендә 25 кеше Рәсәйҙең Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендәге Сауҙа вәкиллеге ҡарамағындағы Башҡортостан вәкиллегенә мөрәжәғәт иткән, тип хәбәр итте Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева. “Барыһы ла иҫән, сәләмәт, вәкиллеккә йәшәү урынын, яңы ҡунаҡхана табыуҙы йәки фатирҙы ҡуртымға алырға ярҙам итеүҙе һорап мөрәжәғәт итә. Әлегә мөрәжәғәттәр ойоштороу һәм техник мәсьәләләр буйынса ғына булды", – тип хәбәр итте министр. Мәғлүмәттәр буйынса, туроператорҙар ҡунаҡханала йәшәүҙе оҙайта йәки туристар өсөн альтернатива һайлай, тип өҫтәне Маргарита Болычева. Ул Яҡын Көнсығыштағы ауыр тормош хәленә эләккән Башҡортостан халҡына ярҙам итеү өсөн ситуация үҙәгенең берҙәм номерын эшләте
25 кеше Башҡортостандың Әмирлектәрҙәге вәкиленә ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән
2 марта2 мар
1 мин