Шығай күп тармаҡлы ауыл клубында Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылына арналған хәрби-патриотик йыр башҡарыусыларҙың “Февраль бураны” IV район конкурсы уҙҙы. Һис шикһеҙ, ватансылыҡ тойғоһо менән һуғарылған йырҙар - милли мәҙәниәтебеҙҙең мөһим вә үҙенсәлекле өлөшө. Тарихи хәтерҙе һаҡлаған музыкаль әҫәрҙәр яу яландарындағы ҡаһарманлыҡ менән бер рәттән тыл хеҙмәтсәндәренең фиҙаҡәрлеген, йәмғиәттең рухи тормошон да асыҡ сағылдыра. Күп милләтле Рәсәй халҡының, шул иҫәптән урыҫ һәм башҡорттоң, быуаттар дауамында нығынған дуҫлығына, берҙәмлегенә арналған йырҙар уларҙың уртаҡ яҙмышын, тарихи үткәнен данлай. Ике телдә лә хәрби ҡаһарманлыҡты, берҙәм тарихи юлды, тыуған ил һәм уның кешеләрен мәҙехләгән иҫәпһеҙ-һанһыҙ музыкаль әҫәрҙәр бар. Райондың вокал оҫталарын һәм ансамблдәрен бер ижади майҙанға йыйған мәртәбәле сараны тәбрикләп, район Мәҙәниәт йорто директоры Ангелина Пантелеева барыһына ла изге теләктәрен еткерҙе. Үҙ сығышында етәксе үҙешмәкәр ижадты үҫтереүҙе, мәҙәни-тарихи мираҫҡа һаҡсыл ҡара