Бөгөн Хөкүмәт кәңәшмәһе күңелле ваҡиғанан башланды. Республикала 12-се полилингваль мәктәп асылды. Балалар баҡсаһы менән бергә ҡушылған белем биреү учреждениеһы Әбйәлил районының Асҡар ауылында урынлашҡан. Мәктәпте ВКС тәртибендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров асты. Тантанала уҡытыусылар, балалар һәм уларҙың ата-әсәһе ҡатнашты. – Мәктәп ҙур, матур. Ул ҡасабаның ҙур төҙөлөш барған яңы районында урынлашҡан. Мәктәп балалар баҡсаһы менән берләштерелгән һәм Асҡар ауылы өсөн яңы социомәҙәни үҙәк булыр тип ышанам, – тине Радий Хәбиров. Ул шулай уҡ уҡыусыларға яҡшы уҡыуҙарын теләне һәм Башҡортостандың барлыҡ уҡытыусыларына ватандың ысын патриоттарын тәрбиәләгән һәм эшләгән өсөн рәхмәт белдерҙе. Әбйәлил районы башлығы Айрат Әминев үҙенең сығышында “Хазина” мәктәбен асыуҙы бөтә район өсөн ҙур байрам тип атаны һәм республика Башлығы Радий Хәбировҡа муниципалитетҡа айырым иғтибар биргәне өсөн рәхмәт әйтте. – Бөгөн беҙҙең районда ҙур байрам. Беҙ “Хазина” тип аталған күптән көтөлгән полилингваль