Бөгөн Хөкүмәт кәңәшмәһендә экологик мәғариф мәсьәләләре ҡаралды. Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов хәбәр итеүенсә, 2025 йылда республикала 4 миллион ҡатнашыусыны үҙ эсенә алған 20 меңдән ашыу экологик сара ойошторолған. Республикала экологик мәҙәниәтте системалы формалаштыралар. Был эшкә мәктәп уҡыусыларын, студенттарҙы, ирекмәндәрҙе, бизнес һәм власть органдары вәкилдәрен йәлеп итәләр. Мәҫәлән, 2025 йылда республика “ЭкоТолк” халыҡ-ара экологик диктантына ҡушылды. Акцияла 2 меңдән ашыу кеше ҡатнаша. Шулай уҡ 2014 йылдан республикала “Эколята” проекты тормошҡа ашырыла. Мәктәпкәсә йәштәге балалар һәм уҡыусылар ағастар ултырта, парктарҙы таҙарта һәм макулатура йыя. Башҡортостан балалары һәм үҫмерҙәре даими рәүештә бөтә Рәсәй балалар экологик форумында ҡатнаша. Һәм был һөҙөмтә бирә – 2025 йылда республика командаһы “Ҡалдыҡтарҙы икенсел файҙаланыу буйынса иң яҡшы проект” номинацияһында еңеү яуланы. Балалар сүп-сарҙы сорттарға айырырға өйрәтеү өсөн вир