“ТАВРОС” компаниялар төркөмө 12 йыл эшләү дәүерендә республика иҡтисадына 20 миллиард һумдан ашыу инвестиция һалған. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә “ТАВРОС” дәүләт компанияһының “Ит” дивизионы генераль директоры Ринат Зәйнуллин хәбәр итте. Билдәләп үтергә кәрәк, республикала “ТАВРОС” компаниялар төркөмөнә ингән бер нисә агропредприятие эшләй. Улар иҫәбендә – Шишмә шәкәр заводы, Башҡортостан ит компанияһы, “Башҡортостан” ҡошсолоҡ фабрикаһы. Бынан тыш, холдинг шәкәр сөгөлдөрө, иген һәм ҡуҙаҡлы иген культуралары етештереүсе ҙур предприятие булып тора. 2026 йылда төркөмгә ингән предприятиеларҙа республика булышлығында күләмле инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу дауам итә. Мәҫәлән, Шишмә шәкәр заводында реконструкция тамамлана, ул сеймал эшкәртеү күләмен тәүлегенә алты мең тоннаға тиклем арттырырға мөмкинлек бирәсәк. “Башҡортостан” ҡошсолоҡ фабрикаһы ла проект ҡеүәтенә сыға. Йыл һайын уның майҙансығында 750 миллиондан ашыу йомортҡа етешт