Былтыр Башҡортостанда 82 мең самаһы кеше “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” өтә Рәсәй физкультура-спорт комплексы нормативтарын үтәне. Был хаҡта республика Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған оператив кәңәшмәлә вице-премьер – спорт министры Руслан Хәбибов хәбәр итте. Башҡортостанда бөтәһе 66 тест үҙәге эшләй, улар бөтә муниципалитеттарҙы үҙ эсенә ала. ГТО комплексы саралары “Рәсәй спорты” дәүләт программаһы сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Уҙған йыл йомғаҡтары буйынса республика ГТО нормативтарын үтәүгә тотоноусылар һаны буйынса Волга буйы федераль округында – өсөнсө һәм илдә 11-се урынды биләне. Тест һөҙөмтәһендә 35,4 мең кеше алтын отличие билдәһе ала, 23 мең кеше – көмөш, ә 23,5 мең кеше бронза менән бүләкләнә. Муниципалитеттар араһында иң юғары күрһәткестәрҙе Шишмә, Мәләүез һәм Саҡмағош райондары күрһәткән. – Башҡортостанда ГТО нормативтарын үтәүгә өлкән быуын кешеләрен әүҙем йәлеп итеү өсөн уникаль программа тормошҡа ашырыла. ГТО нормативтарын “алтын”, “көмөш” һәм “бронза”ға үтәгән 60 йәштән өл