Пилотһыҙ осоу аппараттары ғәскәрҙәре – Юғары баш командующий В. В. Путин һәм оборона министры А. Р. Белоусов Ҡарарына ярашлы ойошторолған өҫтөнлөклө ғәскәрҙәр төрө. Был – бик кәрәкле аҙым, сөнки бөгөн махсус хәрби операция зонаһында хәрби заданиеларҙың күп өлөшө, хәрбиҙәр белдереүенсә, 80 процентҡа тиклеме дрон ҡулланыу менән алып барыла. Уларҙың хәҙерге хәрби хәрәкәттәге әһәмиәте шул тиклем артты, операцияларҙың һөҙөмтәлелеге күп осраҡта пилотһыҙ системалар менән идара итеү сифатына бәйле. Быға тиклем пилотһыҙ осоу аппараттары операторҙары башҡа подразделениеларға ҡараһа, хәҙер инде был үҙаллы ғәскәр төрө. Унда юғары квалификациялы белгестәр – утлы ҡорал менән түгел, ә дрондар менән оҫта ҡулланыусылар хеҙмәт итәсәк. Әле был ғәскәргә операторҙар йыйыу дауам итә. Пилотһыҙ ғәскәр системаһында хеҙмәт итергә теләүселәр барлыҡ түләүҙәрҙе һәм социаль гарантияларҙы тулыһынса ала, әммә айырым өҫтөнлөктәр ҙә ҡаралған. Әгәр һин – Рәсәй гражданы һәм һиңә 18-ҙән 45-кә тиклем йәш, һаулыҡ торошо б