Мәргәндәрҙең күңелендә батырлыҡ, ҡыйыулыҡ, сыҙамлыҡ, таҫыллыҡ кеүек күркәм сифаттар уятҡан, башҡорт халҡының тарихына, мәҙәниәтенә ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләгән был спорт төрөнөң киң танылыу ала барыуы ҡыуаныслы. Республикала милли уҡ-һаҙаҡтан атыу йолаһын тергеҙеү, уҡыусыларҙың оҫталыҡтарын камиллаштырыу маҡсатында төрлө саралар ойошторолоп тора. 28 февраль Баймаҡ районы Мерәҫ ауылында ла йәш быуында был спорт төрөнә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу маҡсатында "Айыҡ ауыл-2025" республика конкурсы сиктəрендə милли йəйəнəн уҡ атыу район турниры ойошторолдо. Ярышта 4 категория булды: оҫта атыусы ир-егеттəр һəм ҡатын-ҡыҙҙар, яңы башлаусы уҡ ата башлаусы ир-егеттəр һəм ҡатын-ҡыҙҙар. Оҫта атыусылар өсөн бөтəһе 3 сəп ҡуйылды: тереһыу, һыбайлы, аждаһа. Яңы башлаусы уҡсылар Урта Азия сəбенə атып үҙ оҫталыҡтарын самалап ҡаранылар. Ярыш булғас еңеүселəре лə, еңелеүселəре лə була тигəн кеүек беҙҙең призлы урындарға килəһе уҡсыларыбыҙ сыҡты. Оҫта атыусы ир-егеттəр: 1. Ғəлин Вəхит (Баймаҡ ҡалаһы); 2. Ҡолһарин Мо
Йəйəнəн уҡ атыу – таҫыллыҡ, теүәллек, түҙемлелек талап иткән халҡыбыҙҙың боронғо спорт төрҙәренең береһе
1 марта1 мар
1 мин