Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Ике яҡташыбыҙ үле килеш табылған

Пермь крайында Өфөнән сығып китеп юғалған биш туристың өсәүһен тапҡандар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ике кеше һәләк булған. Бер турист иҫән, ул зыян күргән, ныҡ итеп өшөгән, ҡалған икәүһенең яҙмышы әлегә билдәһеҙ. Уларҙы эҙләү дауам итә. Биш ир-аттан торған төркөмдө бер нисә көн ҡотҡарыусылар һәм ирекмәндәр эҙләйҙәр, бөгөн эҙләүгә Ми-8 вертолеты ҡушылырға тейеш була. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, февраль аҙағында биш турист төркөмө шәхси автомобилдәрендә Өфөнән Пермь крайына юллана. Улар Красновишерск янындағы Золотанка ауылына барып етәләр, унда машиналарын ҡалдырып ҡаргиҙәрҙәргә ултыралар һәм тауға юлланалар. Сәйәхәтселәр 24 февралдә ауылға ҡайтырға тейеш була, әммә бәйләнешкә сыҡмайҙар. Был көндәрҙә крайҙа ҡапыл һыуыта һәм 8ауа температураһы -31-гә тиклем етә. Эҙләү операцияһы әле ике йүнәлеш буйынса алып барыла: беренсе төркөм иҫән ҡалған туристы табиптарға алып бара, ҡалған ҡатнашыусылар юғалған ике кешене эҙләүен дауам итә, — тип хәбәр иттеләр Кама буйы Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында. Урында
Оглавление
    Ике яҡташыбыҙ үле килеш табылған
Ике яҡташыбыҙ үле килеш табылған

Ике яҡташыбыҙ үле килеш табылған

Тағы берәүһе ныҡ итеп өшөгән, ҡалған икәүһе...

Пермь крайында Өфөнән сығып китеп юғалған биш туристың өсәүһен тапҡандар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ике кеше һәләк булған. Бер турист иҫән, ул зыян күргән, ныҡ итеп өшөгән, ҡалған икәүһенең яҙмышы әлегә билдәһеҙ. Уларҙы эҙләү дауам итә.

Биш ир-аттан торған төркөмдө бер нисә көн ҡотҡарыусылар һәм ирекмәндәр эҙләйҙәр, бөгөн эҙләүгә Ми-8 вертолеты ҡушылырға тейеш була.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, февраль аҙағында биш турист төркөмө шәхси автомобилдәрендә Өфөнән Пермь крайына юллана. Улар Красновишерск янындағы Золотанка ауылына барып етәләр, унда машиналарын ҡалдырып ҡаргиҙәрҙәргә ултыралар һәм тауға юлланалар. Сәйәхәтселәр 24 февралдә ауылға ҡайтырға тейеш була, әммә бәйләнешкә сыҡмайҙар.

Был көндәрҙә крайҙа ҡапыл һыуыта һәм 8ауа температураһы -31-гә тиклем етә.

Эҙләү операцияһы әле ике йүнәлеш буйынса алып барыла: беренсе төркөм иҫән ҡалған туристы табиптарға алып бара, ҡалған ҡатнашыусылар юғалған ике кешене эҙләүен дауам итә, — тип хәбәр иттеләр Кама буйы Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында.

Урында 68 кеше һәм 59 берәмек техника эшләй, шул иҫәптән 34 ҡаргиҙәр. Шулай уҡ эҙләүгә вертолет йәлеп ителгән.

Фото: Телеграм.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!