Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

"Утарбай менән Ҡанышбикә"

Хәйбулла районы мәҙәниәт йортонда республикала Ҙур һәм татыу ғаилә йылына һәм Башҡорт ғаиләһе көнөнә арналған "Утарбай менән Ҡанышбикә" ғаилә парҙарының район бәйгеһендә иң шәп ғаиләләр ҡатнашты. Бәйге йәштәр араһында ғаилә ҡиммәттәрен нығытыуға, ғаиләнең йәмғиәттәге әһәмиәтен һәм абруйын күтәреүгә, ғаилә традицияларын һаҡлау һәм үҫтереүгә, уларҙы ижади үҫешкә ылыҡтырыуға һәм ғаиләнең берҙәм ялын популярлаштырыуға йүнәтелде. Районда халҡыбыҙҙың иң күркәм сифаттарын сағылдырған, милли рухта балалар тәрбиәләгән, туған телен, моңон һөйгән, күркәм һәм ныҡлы ғаиләләр бихисап. Шундай өлгөлө биш ғаилә "Утарбай менән Ҡанышбикә" ғаилә парҙарының район бәйгеһендә көс һынашты. Утарбай менән Ҡанышбикә. Кемдәр һуң улар? Утарбай Торомтаев 25 йыл Ырымбур губернаһының Орск ҡәлғәһендә хеҙмәт итә, 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашып, 1-се Башҡорт полкы составында һуғыша. Яуҙа полк хәҙрәте вазифаһын үтәй. «1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡаны өсөн», «Парижды алғаны өсөн» көмөш миҙалдары менән наградлан
Оглавление
    "Утарбай менән Ҡанышбикә"
"Утарбай менән Ҡанышбикә"

"Утарбай менән Ҡанышбикә"

Утарбай Торомтаев 25 йыл Ырымбур губернаһының Орск ҡәлғәһендә хеҙмәт итә, 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашып, 1-се Башҡорт полкы составында һуғыша. Яуҙа полк хәҙрәте вазифаһын үтәй. «1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡаны өсөн», «Парижды алғаны өсөн» көмөш миҙалдары менән наградлана. Хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң Утарбай ауылына нигеҙ һала, үҙ аҡсаһына ауылда мәсет һәм мәҙрәсә төҙөтә. Ҡатыны Ҡанышбикә сығышы менән Ейәнсура районы Ҡаҙанболаҡ ауылынан...

Хәйбулла районы мәҙәниәт йортонда республикала Ҙур һәм татыу ғаилә йылына һәм Башҡорт ғаиләһе көнөнә арналған "Утарбай менән Ҡанышбикә" ғаилә парҙарының район бәйгеһендә иң шәп ғаиләләр ҡатнашты.

Бәйге йәштәр араһында ғаилә ҡиммәттәрен нығытыуға, ғаиләнең йәмғиәттәге әһәмиәтен һәм абруйын күтәреүгә, ғаилә традицияларын һаҡлау һәм үҫтереүгә, уларҙы ижади үҫешкә ылыҡтырыуға һәм ғаиләнең берҙәм ялын популярлаштырыуға йүнәтелде.

Районда халҡыбыҙҙың иң күркәм сифаттарын сағылдырған, милли рухта балалар тәрбиәләгән, туған телен, моңон һөйгән, күркәм һәм ныҡлы ғаиләләр бихисап. Шундай өлгөлө биш ғаилә "Утарбай менән Ҡанышбикә" ғаилә парҙарының район бәйгеһендә көс һынашты.

Утарбай менән Ҡанышбикә. Кемдәр һуң улар?

Утарбай Торомтаев 25 йыл Ырымбур губернаһының Орск ҡәлғәһендә хеҙмәт итә, 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашып, 1-се Башҡорт полкы составында һуғыша. Яуҙа полк хәҙрәте вазифаһын үтәй. «1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡаны өсөн», «Парижды алғаны өсөн» көмөш миҙалдары менән наградлана. Хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң Утарбай ауылына нигеҙ һала, үҙ аҡсаһына ауылда мәсет һәм мәҙрәсә төҙөтә. Ҡатыны Ҡанышбикә сығышы менән Ейәнсура районы Ҡаҙанболаҡ ауылынан. Өс ул тәрбиәләп үҫтереп, барыһына ла белем бирәләр. Һөйөүҙә һәм татыулыҡта бәхетле оҙон ғүмер кисерәләр...

Һәр ғаилә «Ғаиләм-ҡәлғәм», «Ғаиләмдең яратҡан милли ризығы», «Этнокейем», «Йөрәк һүҙе» һәм «Дуҫлыҡ» тип аталған һынауҙарҙы уңышлы үтте.

Бәйге йомғаҡтары буйынса «Утарбай менән Ҡанышбикә» ғаилә парҙарының район бәйгеһенең Гран-при дипломына Бүребай ауылынан Зөлфирә һәм Илмир Азаматовтар ғаиләһе лайыҡ булды.

I урын Аҡъяр ауылынан Гүзәл һәм Ришат Ильясовтар ғаиләһенә бирелһә, II урын Аҡъяр ауылынан Илнара һәм Илнур Әптековтар һәм Ҡараһыу ауылынан Альбина һәм Йәмил Ҡоҙашевтар ғаиләләре бүлеште.

«Йылдың йәш ижади ғаиләһе» номинацияһы менән Аҡъяр ауылынан Наҙгөл һәм Буранбай Исҡужиндар ғаиләһе бүләкләнде.

Сараны район мәҙәниәт йорто, Аҡъяр балалар сәнғәт мәктәбе һәм үҙешмәкәр артистарының сағыу сығыштары биҙәне.

Фото һәм сығанаҡ: "Хәйбулла хәбәрҙәре".