Төбәктә йыл һайын ҡотороу сиренең 10-15 осрағы теркәлә. Эттәр, бесәйҙәр, төлкөләр, бүреләр, терпеләр һәм ярғанаттар хәүеф тыуҙыра. Инфекция тешләү йәки зарарланған тән тиреһенә һеләгәй эләгеүҙән барлыҡҡа килә. Йорт хайуандарын һаҡлауҙың берҙән-бер ышаныслы ысулы – ваҡытында вакцина яһатыу һәм уларҙың тәртибен иғтибар менән күҙәтеү. ✅ Вакцинация Бесәйҙәргә һәм эттәргә ҡотороу сиренә ҡаршы прививкалар бөтә дәүләт ветеринария клиникаларында бушлай яһала. ✅ Вакцинацияның схемаһы Бесәй балаларына 8-9 аҙналыҡ сағында, артабан 10-28 көн үткәс прививка яһала. 12 аҙнанан һуң прививка ҡабатлап яһала. Көсөктәрҙе 8-12 аҙналыҡ сағынан шул уҡ схема буйынса вакцинациялайҙар, Прививкалар тарихы билдәһеҙ оло хайуандар вакцинацияланмаған тип иҫәпләнә – уларға 3-4 аҙна арауығында ике прививка яһайҙар. ✅ Вакцинацияға әҙерлек ❶ Ветеринар тикшереүе (прививканы ауырыу, хәлһеҙ, шулай уҡ быуаҙ инә хайуандарға яһамайҙар). ❷ Процедураға тиклем 10-14 көн алда гельминтарҙан таҙартыу (препаратты табип кәңә
🐾 Хайуандарҙа ҡотороу ауырыуын иҫкәртеү тураһында — Башҡортостан Республикаһының Ветеринария буйынса дәүләт комитеты белгестәре
28 февраля28 фев
1 мин