Конкурсантыбыҙ Зөлфиә Минһажева – Өфөләге 18-се клиник дауахананың юғары категориялы табип-стоматологы. Яҙмышы баш ҡала менән бәйле булһа ла, сығышы менән Ишембай районының Ҡолғона ауылынан. Ишембай ҡалаһындағы Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернатын тамамлағандан һуң медицина юлынан китә. – Медицинаға һөйөүем әсәйемдән килә. Ул 48 йыл шәфҡәт туташы булып эшләне һәм әле лә халыҡтың һаулыҡ һағында тора. Туғандарым да – табиптар. Бер туған ағайым – Эске эштәр министрлығы поликлиникаһында баш табип, ҡустым – Талбазыла үҙәк район дауаханаһында баш табип. Ирем дә – табип-стоматолог, Өфө ҡалаһының 2-се стоматология поликлиникаһында хеҙмәт итә. Ҡыҙыбыҙға әле 14 йәш, ул да киләсәктә табип булырға хыяллана, – тип һөйләне конкурсантыбыҙ. “Был тормошта мөмкин булмаған бер нәмә лә юҡ. Һәр ваҡыт алға ҡарап йәшәргә кәрәк” тигән фекерҙә ул. Ҡатын-ҡыҙҙар байрамы етеп килгәндә гүзәл заттарға теләктәрен дә еткерҙе. – Ҡатын-ҡыҙ бәхете – ғаиләлә, яратып, яратылып йәшәүҙә. Ҡуйған маҡс