“Башҡортостан геройҙары” программаһының финалына сығыусылар стажировка үтә. Был хаҡта республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Кирилл Первов һөйләне. Программаның беренсе өлөшө дәүләт хеҙмәтенең төп аспекттарына һәм лидерлыҡ сифаттарын үҫтереүгә арналды. Сарала ҡатнашыусылар дәүләт власы органдары функциялары принциптары менән танышты, һөҙөмтәле идара итеү нигеҙҙәре хаҡында белде. Төбәк иҡтисады, йәмәғәтселек менән эшләү, шулай уҡ идара итеү оҫталығы һәм граждандар менән эш итеү үҙенсәлектәрен үҙләштерҙеләр. Әйткәндәй, бөгөн программаның финалына сығыусылар власть органдарында, дәүләт һәм йәмәғәт структураларында әүҙем стажировка үтә. Кадрҙар программаһының финалына сыҡҡан Игорь Прозоров, программаның тәүге ике модуленә ярашлы, Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының һәм уның ҡарамағындағы ойошмаларҙың эшмәкәрлеге менән танышты. Ул шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының