Беҙҙә – “сөннәтләү” йәки “бабаға ултыртыу”, ғәрәптәрҙә “хитан” тип аталған ғәмәл ир баланың енес ағзаһы осондағы тиреһен ҡырҡып алып ташлауҙан ғибәрәт. Ул халҡыбыҙ тарафынан Ислам дине аша ҡабул ителгән һәм элек киң таралған булған. Үткән быуаттың 70-се йылдарында ла башҡорт ауылдарында малайҙарҙы, төрлөсә әүрәтеп, сөннәтләүгә алып барғылағандар, әле иһә был – һирәк күренеш. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм ейәндәрен тыуғандан һуң ете көн үтеүгә сөннәтләгән. Ҡайһы бер сәхәбәләр был ғәмәлде Ислам динен ҡабул иткән саҡта мотлаҡ башҡарыуҙы хуп күргән. Әл-Бохари һәм Мөслим йыйынтыҡтарындағы хәҙистәрҙә әйтелеүенсә, Ибраһим пәйғәмбәр (ғәләйһис-сәләм) иһә хитанды 80 йәшлек сағында үҙенә үҙе эшләгән. Һәр хәлдә, сөннәтләүҙе ир бала бәлиғ йәшкә еткәнсе атҡарып ҡуйыу хәйерле, сөнки аҙаҡ тире ҡалыная, ауыртыу көслөрәк була. Фәнни яҡтан ҡарағанда, сөннәтләүҙең сәләмәтлеккә лә, енси тормошҡа ла ыңғай йоғонтоһо ҙур. * Бабаға ултыртылмаған иргә енес ағзаһының тиреһе аҫтында ауырыу тыуҙырыусы микр