Фәриҙә апай йәш кенә килеш баш ҡалаға килеп төпләнеп, бухгалтерлыҡҡа уҡып, матур хеҙмәт юлы үтеп хаҡлы ялға сыҡҡан. Ире менән икәүләп эшләйҙәр, фатир алалар, бер бөртөк ҡыҙҙарын “өф” итеп кенә үҫтерәләр. Әммә тормош юлдашы, пенсияға ла сығып өлгөрмәй, йөрәк сиренән вафат булып ҡалған. Иркә, үҙ һүҙле ҡыҙы ғаилә тормошонан уңмай – кейәүе менән өс йыл да йәшәмәй, улын ҡосаҡлап, атай-әсәй йортона ҡайтып инә. Бер бөртөк балаларының тормошоноң рәтле булмауын күреү атай менән әсәйгә еңел булмаһа ла, һыр бирмәй, ике бүлмәле фатирҙа матур ғына йәшәп китәләр. Ире үлеп, ете йыл үткәс, әле лә һөйкөмлөлөгөн ташламаған Фәриҙә инәйҙе Әхмәҙиә исемле яңғыҙ бабай менән таныштыралар. Бабайҙың балалары ҡалала төпләнгән, үҙе Өфөнән алыҫ булмаған ауылда, ҙур булмаған йортта яңғыҙы донъя көтә. Йор һүҙле, күңелсәк Әхмәҙиә бабай ҙа, уның төҙөк, матур донъяһы ла күңеленә ята апайҙың – ризалаша. Фәриҙә инәйҙең ҡыҙы ла хуплай был тәҡдимде. “Үҙ алдыма, яңғыҙым йәшәгем килә”, – ти ул, иҫе лә китмәй. Нисек кенә булм