“31-се "Башҡортостан" полкы составында хеҙмәт иткән яҡташ яугирҙәрҙе Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотлап, үҙебеҙ ҡойған тәмле ҡоймаҡ менән һыйланыҡ. Өй йылыһын, тыуған яҡтарҙы хәтерләткән был ғәмәлебеҙгә егеттәр бик рәхмәтле булды. Тәүге көндө Әхмәтов-Дәүләтов медицина компанияһының "Урал" дауаханаһында яралылар менән аралаштыҡ, уларға тыуған яғыбыҙҙан бүләктәр тапшырҙыҡ, байрам концерты ҡуйҙыҡ. Ҡатын-ҡыҙ медицина хеҙмәткәрҙәренә француз яулыҡтары бүләк иттек. Бер нисә урында «Башҡортостан» 31-се мотоуҡсылар полкы яугирҙәре өсөн концерт күрһәттек”, – ти Ләйсән Фларид ҡыҙы. “Ете ҡыҙ”ҙар Донецкиҙағы дауаханаға ла гуманитар ярҙам алып барған. Унда «Добри» позывнойлы яҡташыбыҙ менән иртәнге ашты бергә ашап, бер аҙ әңгәмәләшеп ултырырға ла насип була уларға. Петровское ҡалаһында концерт та бик йылы ҡабул ителә. Ләйсән әйтеүенсә, ҡаласыҡта йәшәүселәр башҡорт мәҙәниәте менән таныштырыуҙы күптән һораған. Башҡорт моңдарын тыңлау уларҙа онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар уятҡан. Ирекмәндәр иғтибарлы, е