! Район һәм ҡала мәктәптәренән 11-12 йәшлек батыр, аҡыллы, шаян, ҡыйыу, отҡор, рухлы, тәрбиәле, маҡсатлы, абруйлы, йомарт, ырыулы малайҙар балалар ижады үҙәге үткәргән «Башҡорт малайы-2026» район конкурсында ҡатнаштылар. Конкурс “Ҙур һәм татыу ғаилә” йылына арналды һәм дүрт турҙан торҙо. Беренсе турҙа малайҙар үҙҙәре менән таныштырҙы. “Минең шәжәрәм” турында малайҙар үҙҙәренең ғаилә шәжәрәһе менән таныштырҙы. Малайҙарҙың ете быуынын, ғаилә тарихын белеүе ҡыуандырҙы. Конкурстың өсөнсө шарты буйынса Башҡортостан тарихы, мәҙәниәте, әҙәбиәте буйынса һорауҙарға яуап бирҙеләр. Кем йырлап, кем бейеп, шиғыр һөйләп, музыкаль инструментта уйнап һәләттәрен күрһәттеләр. Телебеҙҙең матурлығы, һүҙ көсө, халҡыбыҙҙың көйҙәре сәхнәлә яңғырап торҙо. Малайҙарҙың һәр береһе “Мин - башҡорт малайы” исеменә лайыҡмын тип ихлас тырышып көс һынаштылар. Бәйгелә Гран- прины Иҫке Сибай мәктәбе уҡыусыһы Утарбаев Даян яуланы. Баймаҡ ҡалаһының 4-се һанлы лицей уҡыусыһы Абдуллин Айназ 1-се урынға лайыҡ булды.