Мин туғыҙынсы класҡа күскән йылда беҙҙең ауылға уҡытырға һылыу ғына бер апай килде. Һылыу тип әйтеү генә етмәй әле, сибәрҙең дә сибәре инде. Аҙашып килеп сыҡҡан кеүек күренә ине ул ауыл кешеләре араһында үҙенең йөҙ-ҡиәфәте, буй-һыны, өҫ-башы менән. Үҙенә бөтә мәктәп уҡыусылары, ауыл егеттәре ғашиҡ булды шикелле. Ҡыҙҙар ҙа уға оҡшатырға тырышыбыраҡ атларға, һөйләшергә маташа, өҫ-башына ла иғтибарлы була башланы. Шундай матур, бөтә яҡлап та камил кеше беҙҙең төпкөлдә нимәһен ҡарай икән, тип ғәжәпләнде ҡайһы берәүҙәр. Моғайын, ҡырҙа егете барҙыр, күп тә уҡытып өлгөрмәҫ, килеп алып китер әле, тип фаразланы икенселәр. Яңы уҡытыусы беҙҙе бығаса ҡыҙыҡһындырмаған физика фәненә хөрмәт уята алды тип уйлайым, сөнки, алдан әйтеп үтәйем, мин үҙем аҙаҡ шул йүнәлеш буйынса уҡырға индем. Ярты йыл самаһы ваҡыт уҙҙы, ә апайҙың артынан берәү ҙә килмәне, үҙе лә китергә уйламаны ахыры. Хәҙер инде беҙ класташтар менән бар яҡлап та уға тап килерҙәй арыуыраҡ ауыл егеттәрен барлай башланыҡ. Ул егет, һис шикһеҙ