Халыҡ мәнфәғәттәрен хәстәрләп
Башҡортостанда инфраструктураны яңыртыуға 3,8 миллиард һумдан ашыу инвестиция йәлеп ителде.
Төрлө финанс сығанаҡтары ярҙамында республикабыҙҙың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармағы йылдам үҫә. 2026 йылға “Коммуналь инфраструктураны яңыртыу” федераль проекты буйынса ғына был эшкә 1 069,4 миллион һум аҡса һалынған, уның 695,1 миллионы – Рәсәй бюджетынан.
Иғтибар үҙәгендә – ҙур ҡалалар
Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 2026 йылда ресурс менән тәьмин итеү компаниялары республика инфраструктураһын яңыртыуға 3,8 миллиард һумдан ашыу аҡса йәлеп итә. Ошо нигеҙҙә һыу, йылылыҡ, һыу таратыу системаларын үҫтереүгә йүнәлтелгән 65 инвестиция программаһы тормошҡа ашырыла. Һөҙөмтәлә төбәктең 34 муниципалитетында инфраструктура тамырынан тиерлек яңыртыласаҡ. Республиканың ҙур ҡалаларындағы төп объекттарға айырым иғтибар бүленә, ти министрлыҡ белгестәре.
Мәҫәлән, Салауат ҡалаһының Чекмарев, Октябрь урамдарында йылылыҡ үткәреү участкаларын яңыртыу планлаштырылған. Шулай уҡ Пушкин, Горький, Чапаев урамдары биләмәләрендә квартал селтәрҙәре йүнәтеләсәк. Нефтекамала 29-сы үҙәк йылылыҡ пункты замансалаштырыла. Уның ҡорамалдары тулыһынса алмаштырыла. Шулай уҡ ҡаланың Энергетиктар урамы буйындағы йылылыҡ селтәре участкаһында киң эш йәйелдерелгән.
Өфөлә лә мөһим саралар комплексы планлаштырылған. Киләһе йыл Максим Рыльский урамында йылылыҡ магистрален яңыртыу тамамланасаҡ. Бынан тыш, Р. Зорге урамында – һыу үткәреү селтәрҙәрен, Посадская, Блюхер урамдарында канализация коллекторҙарын алмаштырыу ҡаралған.
Дәүләт-шәхси партнерлыҡ алымы үҫтереләсәк
Билдәле булыуынса, тармаҡта дәүләт-шәхси партнерлыҡ алымын киң ҡулланылышҡа индереүгә ҙур иғтибар бүленә. Концессия килешеүҙәре буйынса дөйөм инвестиция күләме дүрт миллиард һумдан ашҡан. Был йәһәттән эш әүҙем дауам итә.
Быйыл, мәҫәлән, Мәләүез, Өфө, Тәтешле һәм башҡа райондарҙа дәүләт-шәхси партнерлыҡ алымы буйынса тормошҡа ашырылған яңы проекттарҙы ҡарау планлаштырылған. Яҡын араға күҙалланған йыйылма финанс күләме – республикала йылылыҡ, һыу менән тәьмин итеү системаларын яңыртыу буйынса етди пландар ҡоролғанына дәлил. Быйылғы эш планында үткән йылдан күскән объекттар ҙа, яңы проекттар ҙа бар. Былтыр башланған бишәүҙе тормошҡа ашырыу дауам итәсәк, улар менән дәүләт контракттары төҙөлгән дә инде. Ҡалған 41-е тәүге тапҡыр старт ала. Улар – 35 объектта капиталь ремонт һәм алты объектта төҙөлөш йәки реконструкция.
Өҫтөнлөклө йүнәлеш – һыу менән тәьмин итеү. Был тармаҡта 23 капиталь ремонт һәм өс төҙөлөш көтөлә. Эш планында шулай уҡ һыу таратыу (туғыҙ ремонт, ике реконструкция), йылылыҡ менән тәьмин итеү (өс ремонт, бер яңы объект) системаларын яңыртыу билдәләнгән.
Унан тыш, 18 саранан торған исемлек раҫланған. 2025 – 2028 йылдарға иҫәпләнгән был программаға ете төҙөлөш һәм 11 капиталь ремонт объекты ингән. Йүнәлтелгән дөйөм сумма – 4,3 миллиард һум. Быйыл 14 объектта эш башланасаҡ. Уларҙы финанслау күләме – 1 522,4 миллион һум.
– Инфраструктураны дәүләт-шәхси партнерлыҡ механизмы – концессия килешеүҙәре нигеҙендә яңыртыу күпкә яҡшы һөҙөмтә бирә, – ти Өфө ҡалаһының Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә йәмәғәт контроле үҙәге етәксеһе Рим Булатов. – Был алым беҙҙә 2016 йылдан алып әүҙем файҙаланыла. Концессия килешеүҙәре йылылыҡ, һыу, энергия менән тәьмин итеүҙе үҫтереүгә бюджеттан тыш саралар йәлеп итеү мөмкинлеген бирә.
Алда әйтелгәнсә, әлегә төҙөлгән концессия килешеүҙәре буйынса дөйөм инвестиция күләме дүрт миллиард һумдан ашҡан. Был сумманың 2,9 миллиард һумы – коммуналь объекттарҙы яңыртыуға аҡса һалған инвесторҙарҙыҡы.
2025 йыл йомғаҡтарынан күренеүенсә, республикала өс яңы концессия килешеүе төҙөлгән, шулай уҡ электән булғандарына ике өҫтәмә ҡушылған. Был документтар буйынса инвестицияларҙың дөйөм суммаһы 31,4 миллиард һумға еткән.
Ғөмүмән, тармаҡҡа инвесторҙар йәлеп итеү эше әүҙемләшә. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының 2026 йылға планынан күренеүенсә, Мәләүез, Өфө, Тәтешле һәм башҡа райондар тарафынан тәҡдим ителгән концессия килешеүҙәре проекттарына анализ яһау билдәләнгән.
Федераль проект эше дауам итә
Республикала “Коммуналь инфраструктураны яңыртыу” федераль проектын тормошҡа ашырыу быйыл да дауам итә. Был йәһәттән 1 069,4 миллион һум күләмендә финанслау ҡаралған. Сумманың 695,1 миллион һумы, 2025 йылдың 26 декабрендәге килешеүгә ярашлы, федераль ҡаҙнанан киләсәк.
Бюджет кредиттары буйынса бурыстарҙы иҫәптән сығарыу һөҙөмтәһендә, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармағында инфраструктура проекттарын тормошҡа ашырыуға 4,3 миллиард һум ҡаралған.
– Билдәле булыуынса, 2025 йылда Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы тарафынан һыу, йылылыҡ, һыу бүлеү өлкәләрендә төҙөлөш, реконструкция, капиталь ремонт яһау өсөн 18 объект исемлеге билдәләнгәйне, – ти Өфө ҡалаһының Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә йәмәғәт контроле үҙәге етәксеһе Рим Булатов. – Улар республиканың 14 муниципаль берәмегенән – Асҡын, Архангел, Благовещен, Иглин, Миәкә, Стәрлетамаҡ, Тәтешле, Өфө, Шишмә, Краснокама райондары, шулай уҡ Өфө, Бөрө, Учалы, Баймаҡ ҡалаларынан. Был проекттарҙы 2028 йылға ҡәҙәр тормошҡа ашырыу планлаштырылған.
Юлдар яҙ миҙгеленә әҙерләнә
Республика юл ремонтлауҙың яҙғы миҙгеленә ныҡлы әҙерлек бара. Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, юлдың миҙгелдәр араһында боҙолоу осраҡтарын тиҙ арала бөтөрөү маҡсатынан сығып, “Башкиравтодор” үҙ производствоһында һалҡын асфальт-бетон ҡатнашмаһы әҙерләй. Һөҙөмтәлә әле филиалдар буйлап ошондай 2,2 мең тоннанан ашыу бетон бүленгән. Ихтыяж булған осраҡта, предприятиеның был ҡатнашманы дүрт мең тоннаға ҡәҙәр етештереү ҡеүәте бар.
Көндәр йылынғас, 25 асфальт-бетон заводын эшләтеп ебәреү планлаштырыла. Һан билдәләре ҡуйыу, етешһеҙлектәрҙе төҙәтеү әле үк бара: йыл башынан Юл инфраструктураһы өлкәһендә контроль һәм планлаштырыу эштәре системаһы төбәк юлдарында 270 дефектты билдәләгән, шуларҙың 81 проценты төҙәтелгән – ете районда һалҡын асфальт йәйелгән. Яҙғы тикшереү эштәрен 1 майға тулыһынса тамамлау, 1 июнгә ҡәҙәр етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү планлаштырылған. Муниципалитеттарға ошондай уҡ эште урындағы юлдарҙа 15 июнгә тиклем алып барырға ҡушылған.
-------------------
2026 йылда төбәк, муниципаль-ара кимәлдәге юлдарҙы ҡарауға 56 дәүләт контракты төҙөлгән, уларҙың 55-е “Башкиравтодор” менән оҙайлы ваҡытҡа – 2031 йылға тиклем. Финанслау былтырғыға ҡарағанда 19 процентҡа артып, 7,5 миллиард һум тәшкил итә.
-------------------
2026 йылда ресурс менән тәьмин итеү компаниялары республика инфраструктураһын яңыртыуға 3,8 миллиард һумдан ашыу аҡса йәлеп иткән. Һөҙөмтәлә төбәктең 34 муниципалитетында инфраструктура ныҡлы яңыртыласаҡ. Уларҙа һыу, йылылыҡ, һыу таратыу системаларын үҫтереүгә йүнәлтелгән 65 инвестиция программаһы тормошҡа ашырыла.
-------------------
Рим БУЛАТОВ, Өфө ҡалаһының Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә йәмәғәт контроле үҙәге етәксеһе:
– Һуңғы йылдарҙа беҙҙең тармаҡҡа дәүләт тарафынан иғтибар айырыуса ҙур. Иң ҡатмарлы өлкә һыу менән тәьмин итеү һәм һыу таратыу ине. Дәүләт булышлығын тейешенсә файҙаланып, ошо проблемаларҙы төптән хәл итә алһаҡ, бик яҡшы буласаҡ.
Әлбиттә, башҡа өлкәләрҙә лә хәл итәһе мәсьәләләр етерлек. Мәҫәлән, йылытыу системаһында. Әммә унда яңыртыу мөмкинлеге киңерәк.
Торлаҡ йорттарҙы хеҙмәтләндереүгә килгәндә, был йәһәттән һуңғы алты-ете йылда күп эш башҡарылды. Коммуналь селтәрҙә аварияларға юл ҡуймау халыҡҡа ресурстарҙы өҙлөкһөҙ тапшырыуға булышлыҡ итә. Шулай уҡ йәмәғәт киңлектәрен замансалаштырыу буйынса уңышлы хеҙмәт өлгөләребеҙ күп.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.
Беҙҙең МАХ каналына max.ru/gazetabash... ҡушылығыҙ.