Баш ҡалалағы “Атайсал” мәҙәниәт үҙәгендә Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәте Башҡортостан ойошмаһына 100 йыл тулыу айҡанлы ойошторолған “Үткән быуаттан – хәҙерге быуатҡа” тип аталған ҙур сара үтте. Бөгөн республика ойошмаһында күҙ күреүе буйынса инвалидтар һаны 5150 кешене берләштерә.Яңыраҡ ойошма составына хәрби хәрәкәттәр һөҙөмтәһендә күреү һәләтен юғалтҡан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы биш яугир инде. Сарала Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәте вице-президенты Александр Коняев ҡатнашып, ойошма ағзаларын иҫтәлекле көн менән ҡотланы. – Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәтенең йәмәғәт ойошмаһы бөгөн ышаныслы алға бара, Бөйөк Ватан һуғышынан ҡайтҡан ватандаштарыбыҙҙы реабилитациялауҙа уның бай тәжрибәһе бар. Бөгөн ойошмала махсус хәрби операциянан ҡайтҡан егеттәребеҙ ҙә ярҙам ала, “Ватанды яҡлаусылар” фонды менән бергә эшләйбеҙ, – тине ул. – Ойошмаға күптәр төрлө юлдар менән килде, шулай булыуына ҡарамаҫтан, улар бында татыу ғаиләне, дуҫ кешеләрҙе тапты, профессиональ ярҙам һәм яҡлау алды. Инвалидтар х