Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Әсәләр мәктәптә уҡый

Саҡмағош үҙәк район дауаханаһында, “Ғаилә” милли проектына ярашлы, буласаҡ әсәләрҙе әҙерләү һәм ярҙам итеү буйынса “Йөклөләр өсөн мәктәп” эшләй. Уҡытыу медицина учреждениеһының тәжрибәле белгестәре менән берлектә әңгәмә рәүешендә үткәрелә. Мәктәп программаһында төп темалар йөклөлөк ваҡытында ҡатын-ҡыҙ организмындағы физиологик үҙгәрештәр, уларға яраҡлашыу ысулдары, бала табыуға әҙерлек, тын алыу техникаһын, ауыртыуҙы баҫыу ысулдарын өйрәнеүгә ҡағыла. Шулай уҡ буласаҡ әсәләр сабыйҙы тәрбиәләү, биләү, йыуындырыу, туҡландырыу оҫталығына, хәүефләнеүҙе кәметеүгә һәм позитив торошто формалаштырыуға йүнәлелгән психологик ярҙам күрһәтеү ысулдарын өйрәнә. Улар шулай уҡ социаль түләүҙәр һәм пособиелар алыу менән бәйле хоҡуҡи мәсьәләләр менән таныша. Дауахана белгестәре билдәләүенсә, “Йөклөләр мәктәбе”ндә уҡыған ҡатын-ҡыҙҙар үҙендә нығыраҡ ышаныс тоя, бала табыу процесын еңел үткәрә. Бынан тыш, мәктәптә уҡыу буласаҡ әсәләрҙең социаль аралашыуына, тәжрибә уртаҡлашыуҙарына булыша. Илгә ҡағылған тә
Оглавление
    Әсәләр мәктәптә уҡый
Әсәләр мәктәптә уҡый

Әсәләр мәктәптә уҡый

Дауахана белгестәре билдәләүенсә, “Йөклөләр мәктәбе”ндә уҡыған ҡатын-ҡыҙҙар үҙендә нығыраҡ ышаныс тоя, бала табыу процесын еңел үткәрә.

Саҡмағош үҙәк район дауаханаһында, “Ғаилә” милли проектына ярашлы, буласаҡ әсәләрҙе әҙерләү һәм ярҙам итеү буйынса “Йөклөләр өсөн мәктәп” эшләй.

Уҡытыу медицина учреждениеһының тәжрибәле белгестәре менән берлектә әңгәмә рәүешендә үткәрелә. Мәктәп программаһында төп темалар йөклөлөк ваҡытында ҡатын-ҡыҙ организмындағы физиологик үҙгәрештәр, уларға яраҡлашыу ысулдары, бала табыуға әҙерлек, тын алыу техникаһын, ауыртыуҙы баҫыу ысулдарын өйрәнеүгә ҡағыла. Шулай уҡ буласаҡ әсәләр сабыйҙы тәрбиәләү, биләү, йыуындырыу, туҡландырыу оҫталығына, хәүефләнеүҙе кәметеүгә һәм позитив торошто формалаштырыуға йүнәлелгән психологик ярҙам күрһәтеү ысулдарын өйрәнә. Улар шулай уҡ социаль түләүҙәр һәм пособиелар алыу менән бәйле хоҡуҡи мәсьәләләр менән таныша.

Дауахана белгестәре билдәләүенсә, “Йөклөләр мәктәбе”ндә уҡыған ҡатын-ҡыҙҙар үҙендә нығыраҡ ышаныс тоя, бала табыу процесын еңел үткәрә. Бынан тыш, мәктәптә уҡыу буласаҡ әсәләрҙең социаль аралашыуына, тәжрибә уртаҡлашыуҙарына булыша.

Илгә ҡағылған тәрән демографик көрсөк шарттарында ғаилә һәм тыуымды яҡлау мөһим йүнәлеш булырға тейеш. Социаль өлкәләге иң эре, киң күләмле “Ғаилә” милли проекты (нацпроект “Семья”), бала тәрбиәләгән һәм күп балалы ғаиләләргә етди иғтибарын төбәп, 2030 йылға тиклем уларҙы яҡлауға 17 триллион һум аҡса йүнәлтеүҙе күҙ уңында тота. Йыл һайын 1,7 миллион ғаилә ошо милли проект буйынса әсәлек капиталынан файҙаланасаҡ. Шулай уҡ һәр кем ҡуллана алырлыҡ, сифатлы инфраструктура булдырыу, айырыуса ауыл ерендә медицина ярҙамын яҡшыртыу, ҡатын-ҡыҙҙар консультацияларын булдырыу, балалар поликлиникаларын йыһазландырыу, балалар баҡсаларын төҙөү ҙә дауам итәсәк.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.