Рус баҡыр компанияһының ирекмәндәр үҙәге “Салауат” компанияһы менән берлектә Әбйәлил районының Рауил ауылынан ишле Мәхмүтовтар ғаиләһендә үҫеп килгән балаларҙың Яңы йыл теләктәрен үтәне. Ғаилә ҡунаҡтарҙы бик ихлас ҡаршыланы. “Салауат” компанияһы директоры Таһир Бәхтигәрәев балаларға федераль хәйриә акцияһы буйынса бүләк тапшырҙы. Һигеҙенсе класта уҡыған Илназ – һөнәри видеокамера, һеңлеһе Алтынай – ҙур бассейн, ҡустыһы Искәндәр радиоидаралы йөк машинаһы алып шатланды. “Ваҡыт табып килгән, балаларҙы бүләктәр менән ҡыуандырған өсөн ҙур рәхмәт. Беҙҙең өсөн был иҫтәлекле ваҡиға. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ һәм эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ. Изге ғәмәлегеҙҙең сауабы, айырыуса Рамаҙан айында, үҙегеҙгә әйләнеп ҡайтһын”, - тип ҡунаҡтарға рәхмәт әйтте балаларҙың әсәһе Фәрзәнә Мәхмүтова байрам табынында. Әйткәндәй, Рус баҡыр компанияһы ирекмәндәр штабының күләмле башланғысы бының менән генә сикләнмәй. Яңы йыл алдынан улар кескәйҙәргә ике мең бүләк таратты, Өфө, Сибай һәм Асҡар балалары тәмлекәс йыйылмалары а